Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Бөгөн йәһүдтәр иң ҡайғылы датаны билдәләй

Йәмғиәт

   10-сы Тевета көнө йәһуд календарында иң ҡайғылы дата тип иҫәпләнә. Риүәйәттәргә ярашлы, тап бөгөн Иерусалим ҡалаһы емерелгән.

   10-сы Тевета көнө тарихы былай. Йәһүдтәрҙең йылъяҙмаһы буйынса 3336 йылда (беҙҙең эраға тиклем 424 йылда) вавилон батшаһы Навуходоносор Иерусалимға һөжүм башлай. Оҙайлы һәм ауыр алыш ҡаланы баҫып алыу менән тамамлана.    Һөҙөмтәлә йәһүд ғибәҙәтханаһы яндырыла, ә үҙҙәре Вавилонға ҡыуыла. Шул осорҙан алып 10-сы Тевета  ғибәҙәт ҡылыуҙар пост көнө тип билдәләнелә.

   10-сы Тевета менән тағы бер йәһүд тарихы бәйле – Торҙы грек теленә тәржемә итеү. Иудаизмда  был ваҡиға Алтын Буға мифы менән сағыштырыла. Йылъяҙмала ул былай һүрәтләнә.

   Птолемей Икенсе – эллин Египтының хаҡимы, Торҙың илаһи килеп сығыуын тәбиғәт закондарына ҡаршы килтереү мөмкинселектәрен эҙләй. Бының өсөн ул 72 йәһүд аҡыл эйәһен саҡырта һәм Торҙы грек теленә тәржемә итергә ҡуша. Фекер айырмалыҡтарын тыуҙырыу маҡсатында, һәр бер аҡыл эйәһен айырым бүлмәгә ултырта. Ни өсөн тигәндә, грек традициялары буйынса  төрлө фекерлелек сығанаҡтың түбән мәғәнәлегенә килтерә. Әммә бөтә 72 тәржемә лә оҡшаш булып сыға.

   Беҙҙең дәүерҙә 10-сы Тевет көнө өсөнсө мәғәнәне ала. Ул йәһүдтәрҙә үлеү ваҡыты билдәһеҙ  һәм ғибәҙәт ҡылырлыҡ кешеләре булмағандарҙы иҫләү көнө тип иғлан ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть