Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Яңы йыл төнөндә биш мең милиционер дежурға сығасаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда Яңы йыл төнөндә биш мең милиционер йәмәғәт именлеген тәьмин итәсәк. Артабан көн һайын Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары үткәнсе эске эштәр органдарының 1,5 мең самаһы хеҙмәткәре тәртипте күҙәтәсәк. 2009 йылдың 30 декабренән 2010 йылдың 10 ғинуарына тиклем Башҡортостан милицияһының бөтә гарнизоны хеҙмәт алып барыуҙың көсәйтелгән вариантына күсә.

Йома көндө “Өфө-Арена” боҙ һарайы алдындағы майҙанда шәхси составтың һәм махсус техниканың байрам көндәрендә хеҙмәт алып барыуға әҙерлеген БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин тикшерҙе. Унда патруль-пост хеҙмәте, юл-патруль хеҙмәте, ведомствонан тыш хаҡ, ОМОН, спецназ хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары һәм РФ Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәр хәрби хеҙмәткәрҙәре сафҡа теҙелде.

— Йәмәғәт тәртибен һәм республикабыҙ халҡының именлеген тәьмин итеү буйынса ҙур яуаплылыҡ эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең иңенә төшә, – тине Раил Сарбаев. – Һеҙҙең күптәрегеҙ Яңы йылды хәрби поста ҡаршылаясаҡ, шуға күрә был байрам көндәрендә һеҙҙең профессиональ оҫталығығыҙ һәм таҫыллығығыҙ аҙыраҡ талап ителеүен, һеҙҙең эргәлә булыуығыҙ ғына кешеләрҙә ышаныс һәм тыныслыҡ тойғоһо уятыуын теләйем.

Шулай уҡ йыл йомғаҡтары буйынса айырыуса яҡшы эшләгән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә наградалар ҙа тапшырылды. Ә сара Өфө милиция гарнизоны шәхси составының тантаналы маршы менән тамамланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть