Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Гимназистар һәм чиновтиктар араһындағы осрашыуҙың беренсе өлөшө тамамланды

Йәмғиәт

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында дәүләт гимназиялары, лицейҙары һәм башҡарма власть органдары йыйылма командалары араһында күмәк спорт төрҙәре буйынса иптәштәрсә матчтар тантаналы ябылды.

Иптәштәрсә осрашыу биш спорт төрө буйынса үтте: волейбол, өҫтәл теннисы, шахмат, пневматик ҡоралдан атыу, мини-футбол.

Ярыштарҙа БР Хөкүмәте Аппараты, БР Мәғариф министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм алты республика гимназиялары командалары ҡатнашты.

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев тәҡдиме буйынса ойошторолған был осрашыуҙар традицияға әйләнде һәм артабан да  үткәреп торорға планлаштырылды.

Сара Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернаты һәм 32-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең концерт программаһы менән тамамланды.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын 5-се республика интернат-мәктәбе, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернаты командаларына бирелә.

Икенсе урынды Ҡ.Дәүләткилдеев  исемендәге сәнғәт гимназия-интернаты, Республика башҡорт лицей-интераты, БР Хөкүмәт Аппараты командалары яулай.

Өсөнсө урынға Йәштәр сәйәсәте,спорт һәм туризм министрлығы, Мәғариф министрлығы, Республика иҡтисади лицей-интернаты сыҡты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть