10 декабрь, Шәмбе

25 декабрь 2009 йыл, 17:20

Ауыр хәлгә ҡалған 15 705 ғаилә иҫәптә тора

автор: Эльмира Сабирова

Ауыр хәлгә ҡалған ғаиләләргә ярҙам – Башкортостанда социаль сәйәсәт өҫтөнлөктәренең береһе. Республикала бындай ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән тотош бер саралар комплексы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, быйыл июндә БР Хөкүмәте ҡарамағында Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара совет төҙөлгән. Әйтергә кәрәк, бындай советтар муниципалитеттар кимәлендә лә эшләй.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 705 ғаилә Ведомство-ара советта иҫәптә тора, уларҙа 30 579 балиғ булмаған бала тәрбиәләнә. Өҫтәүенә, һәр районда именһеҙ һәм ауыр тормош хәленә дусар булған бөтә ғаиләләр иҫәпкә алынған махсус мәғлүмәттәр банкы булдырылған. Уларҙың барыһында ла муниципаль ведомство-ара советтар матди-көнкүреш хәл тураһында мәғлүмәттәр менән социаль паспорттар булдырған. Улар һәр тәғәйен ғаиләнең реабилитациялау программаһын эшкәртеүҙә төп нигеҙ булып тора ла.

Дәүләт ярҙамына мохтаж булған ғаиләләр тураһында бөтә мәғлүмәт БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында туплана.