4 декабрь, Йәкшәмбе

25 декабрь 2009 йыл, 16:02

Туризм менән ҡыҙыҡһыныусы ғаиләләр махсус конкурста ҡатнаша ала

автор: Эльмира Сабирова

“Иң яҡшы ғаилә туристик маршруты” республика конкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә.

Бәйгенең маҡсаты – ғаилә туризмын үҫтереү, ҡыҙыҡлы тәбиғи объекттарҙы асыҡлау, маршрутта тыуған яҡты өйрәнеү эштәрен алып барыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе тыуған яҡты әүҙем өйрәнеүгә ылыҡтырыу.

Конкурста  туризм үҙәктәре, туристик клубтар, секциялар, йәш турист станцияларының ярҙамы менән республиканың ғаилә туристик төркөмдәре ҡатнаша ала.

Ғаилә туристик сәйәхәте отчетын 2010 йылдың 20 ғинуарына тиклем БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығына, БР Мәғариф министрлығына һәм БР Турист-спорт үҙәгенә ебәрергә. Адресы: 450008. Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, тел/факс (347)251-57

Еңеүселәр кубок һәм грамоталар менән бүләкләнеләсәк. Конкурсты ойоштороусылар -  БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, БР Мәғариф министрлығы һәм БР Турист-спорт үҙәге.

темалар: конкурстар