5 декабрь, Дүшәмбе

25 декабрь 2009 йыл, 16:02

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы һәм Торлаҡ-коомуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды йыл һайын үткәрелеп килгән торлаҡ-коммуналь хужалыҡты иң яҡшы яҡтыртыуға киң мәғлүмәт сараларының Бөтә Рәсәй конкурсын иғлан итте.

Унда үҙ мәҡәләләрендә һәм тапшырыуҙарында торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуҙы яҡтыртыу мәсьәләләренә даими иғтибар биргән профессиональ журналистар, материалдар авторҙары, ваҡытлы һәм селтәр баҫмаларының, мәғлүмәт агентлыҡтарының, радио һәм телевидениеның редакция коллективтары ҡатнаша ала.

Конкурсҡа 2009 йылда баҫылған (эфирға сыҡҡан) һәм федераль, төбәк һәм муниципаль кимәлдәрҙә торлаҡ-коммуналь өлкәләге үҙгәрештәргә арналған материалдар ҡабул ителә.  

Заявкалар 2009 йылдың 25 декабренән 2010 йылдың 15 февраленә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 109028, Мәскәү ҡалаһы, Земляной Вал урамы, 50а йорт, стр. 3.

Йомғаҡтар 2010 йылдың 1 мартында иғлан ителәсәк. Ентеклерәк мәғлүмәтте  www.fondgkh.ru/massmedia/mediacontest/index.html  адресы буйынса табырға мөмкин.