3 декабрь, Шәмбе

25 декабрь 2009 йыл, 14:52

Ғинуар айының пенсия һәм пособиеларын 26 декабрҙә түләй башлайҙар

автор: Ғәлиә Нәбиева

2010 йылдың ғинуар айынының пенсияһы яңы үҙгәртелгән күләм менән республикала – 26 декабрҙә, ә Өфөлә — 25 декабрҙә түләнелә башлай. Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан бүлегендә раҫлауҙарынса, 2 – 4 ғинуарҙа таратыласаҡ пенсия алдан уҡ бирелә башлаясаҡ.

2010 йылдың 5 ғинуарынан “Рәсәй почтаһы” пенсия һәм пособиеларҙы график буйынса тапшырасаҡ.

Пенсияһы менән башҡа түләүҙәр бергә йәшәү минимумына етмәгән пенсионерҙарға ғинуар айының пенсияһы Башҡортостанда билдәләнгән федераль социаль түләүҙең суммаһы  иҫәпкә алынып түләнеләсәк.

Ғинуар айының пенсия һәм пособиеларын ваҡытынан алда тапшырыу -  Рәсәй Пенсия фонды өсөн яңы йыл алдынан ҡәҙимге күренеш. Башҡортостанда бөтәһе 1 миллион 35 мең кеше пенсия ала, шуларҙың 32проценты — кредит ойошмалары аша, 68 проценты “Рәсәй почтаһы” аша хеҙмәтләндерелә.

темалар: пенсия, почта