7 декабрь, Шаршамбы

25 декабрь 2009 йыл, 14:28

Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы составы һайланды

автор: Николай Ермоленко

24 декабрҙә төбәк һәм төбәк-ара йәмәғәт ойошмаларынан яңы саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы ағзаларының һуңғы өсөнсө өлөшөн һайлау үткәрелде. Ете федераль округта үткәрелгән конференцияларҙа ҡатнашыусылар тәҡдим иткән кандидатураларҙы РФ Йәмәғәт палатаһының инде раҫланған ағзалары ҡараны, улар һәр федераль округтан алтышар кеше һайларға тейеш ине.

Волга буйы федераль округынан дәғүәселәр араһында Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы һәм БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Волга буйы федераль округынан һайланған алтау исемлегенә эләкмәгән. Шулай итеп, өсөнсө саҡырылыш РФ Йәмәғәт палатаһында Башҡортостан Республикаһынан вәкил булмаясаҡ; палатаның беренсе һәм икенсе составтарына БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов ингәйне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, РФ Йәмәғәт палатаһының өс ысул менән һайланған 126 ағзаһы «мөһим иҡтисади һәм социаль үҫеш мәсьәләләрен хәл итеү, милли именлекте тәьмин итеү, Рәсәй Федерацияһы граждандарының хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын, конституцион ҡоролошто һәм Рәсәй Федерацияһында граждандар йәмғиәте үҫешенең демократик принциптарын яҡлау өсөн Рәсәй Федерацияһы граждандарының, йәмәғәт берләшмәләренең, дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының ижтимағи мөһим мәнфәғәттәрен яраштырыуҙы тәьмин итергә» тейеш.