8 декабрь, Кесе йома

25 декабрь 2009 йыл, 13:49

Игорь Копылов мемориалы тамамланды

автор: Раил Мөхәмәҙиев

15 декабрҙә башланған халыҡ-ара гроссмейстер Игорь Копыловтың алтынсы шахмат мемориалы кисә Өфөлә тамамланды. Мемориал сиктәрендә параллель рәүештә "А" рейтинг турниры үтте, унда әйләнә системаһы буйынса Өфөнөң иң көслө 12 шахматсыһы уйнаны; "Б" рейтинг турнирында 43 шахматсы ҡатнашты.

"А" турнирында һигеҙ мәрәй менән спорт мастерлығына кандидат Роберт Йәмилев еңде. Халыҡ-ара мастер Евгений Калегин ете ярым мәрәй менән икенсе урынды яуланы. "Бронза" – ФИДЕ мастеры Дмитрий Дарминда, ул ете мәрәй йыйҙы.

Швейцар системаһы буйынса туғыҙ турҙа үткәрелгән "Б" турнирында ФИДЕ мастеры Ренат Ғүмәров еңеүгә өлгәште, ул ете ярым мәрәй йыйҙы. Ошондай уҡ һөҙөмтә менән икенсе урынды спорт мастерлығына кандидат Владимир Селегененко алды, уның өҫтәмә күрһәткестәре бер аҙ ҡайтышыраҡ булды. ФИДЕ мастеры Альберт Илькин алты ярым мәрәй йыйып өсөнсө призер булды.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында спорт мастерлығына кандидат Карина Әхмәтова иң яҡшыһы булып сыҡты, уның – биш мәрәй. Уҡыусылар араһында Динар Әбелғужин биш ярым мәрәй һөҙөмтә менән иң көслө булыуын күрһәтте. Әхтәм Ардаширов "ветерандар" номинацияһында беренселекте алды.

темалар: шахмат