Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Николай Курапов Башҡортостан Республикаһының юғары наградаһына лайыҡ булды

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Николай Курапов күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Башҡортостанда парламентаризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумы ҡарары менән Николай Курапов шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында ҡануниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» Почет билдәһе менән дә бүләкләнде.

Николай Андреевич Кураповтың хеҙмәт биографияһы энергетика өлкәһендә һәм дәүләт власы органдарында эшләү менән бәйләнгән. Энергетикала ул ТЭЦ электромонтерынан алып илдәге иң ҙур энергосистема — "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһына тиклем бөтә баҫҡыстарҙы үтте. 2000 йылда — Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы, ә  2001 йылда Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Шул уҡ 2001 йылда Николай Курапов «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә генераль директор сифатында әйләнеп ҡайта һәм 2009 йылдың июлендә Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнгәнгә тиклем ошо вазифала уңышлы эшләй.

Николай Курапов, «Салауат Юлаев» хоккей клубы президенты һәм БР Волейбол Федерацияһы президенты булараҡ, Башҡортостанда физик культураны һәм спортты, бигерәк тә хоккейҙы һәм волейболды үҫтереүгә тос өлөш индерә.

Николай Курапов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы», «Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары менән наградланған. 2003 йылда Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш, һуңынан дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Бөгөн Николай Андреевич Кураповҡа 60 йәш тула. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы коллективы Николай Андреевичтың юбилейы һәм уға республиканың юғары наградалары тапшырылыу айҡанлы бөтә ҡотлауҙарға ихлас ҡушыла.

Теги: юбилейҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть