11 декабрь, Йәкшәмбе

25 декабрь 2009 йыл, 11:56

"Цицерон" республика телмәр оҫталығы конкурсы еңеүселәре билдәләнде

автор: Юлай Мәғсүмов, Юлия Тютина

«Цицерон» Республика телмәр оҫталығы конкурсы финалына сыҡҡан һигеҙ ҡатнашыусынан өс иң яҡшыһы һайлап алынды.

Хәбәр итеүебеҙсә, финал ярышына сығыу өсөн бөтә Башҡортостандан йәштәр көрәште. "Восход" ял базаһында үткән бынан алдағы этаптарҙа республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән 70-тән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында – студенттар, аспиранттар, эшсе йәштәр. Һуңғы өс көндә ҡатнашыусылар, финалға әҙерләнеп, айырыуса ныҡышмалылыҡ күрһәтте. Улар менән актерҙар, журналистар, режиссерҙар шөғөлләнде. Дөрөҫ һөйләү һәм үҙ фекереңде еткереү оҫталығы юғары кимәлдә булырға тейеш ине. Йәштәр сәйәсәте, әҙәбиәт һәм фольклор өлкәләрендә фекерләү ҡеүәһе ни тиклем киң булыуҙан тыш, һөйкөмлөлөк һәм белем кимәле лә иҫәпкә алынды. Үҙҙәренең интеллектуаль кимәлен күрһәткәндәр ине инде – зирәк аҡыл һәм һөйләү оҫталығы өсөн дә улар конкурстың һуңғы турына килеп еткән. Тышҡы йөҙҙө лә еңелсә күрһәтергә ҡалды – халыҡ алдында сығыш яһаясаҡ кеше өсөн был да бик мөһим бит. Кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылына ҡарап оҙаталар, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.

Финалда уларға дүрт конкурста үҙҙәрен күрһәтергә кәрәк ине. Беренсеһе Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белемдәрен тикшереүгә ҡоролһа, икенсеһе йәштәр сәйәсәте буйынса викторина формаһында үтте. Өсөнсө конкурста ҡатнашыусылар, ниндәй ҙә булһа башҡорт мәҡәленең асылын нигеҙләп йәки кире ҡағып, уны үҙенсә аңлатты.

Финалдың «К барьеру» телепрограммаһы өлгөһөндә үткән дүртенсе этабы айырыуса көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы барҙы. Ҡатнашыусыларға тәҡдим ителгән раҫлауҙы бер ниндәй әҙерлекһеҙ иҫбатларға тура килде. Конкурстың төп маҡсаты булып уларҙы халыҡ алдында иркен һәм оҫта сығыш яһарға, үҙ фекереңде яҡларға өйрәтеү торҙо.

Конкурстың дүртенсе көнө аҙағына еңеүселәр билдәләнде. Улар өсәү – Рәмил Рәхмәтов, Денис Ғәниев һәм Татьяна Ивина. Ярайһы уҡ аҡсалата премия – артабан үҫешеү өсөн дәртләндереү. Ҡатнашыусылар үҙҙәре әйтеүенсә, ысын оратор булыу өсөн уларға өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле, әммә улар һүҙҙең ҙур көскә эйә булыуын раҫлай алалар.

Был сара, үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙың хәтерендә оҙаҡҡа ҡаласаҡ. Бында улар үҙ эрудицияларын күрһәтеү генә түгел, тормошта кәрәк буласаҡ мөһим тәжрибә лә тупланы.