9 декабрь, Йома

25 декабрь 2009 йыл, 11:32

“Нур” театрында тәүге хәйриә яңы йыл иртәлеге үткәрелде

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Андрей Старостин

Өфө дәүләт “Нур” татар театрында бөгөн тәүге яңы йыл иртәлеге үтте. Унда ҡунаҡҡа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм театрҙа эшләүселәрҙең  балалары, шулай уҡ 1-се Өфө балалар йорто тәрбиәләнеүселәре килде. Байрам тамашаһына килеүсе 200 балаға ла Ҡыш Бабай бүләге тапшырылды.

Ә шулай ҙа, “Ҡаты йөрәк Тутти” яңы йыл әкиәте балалар өсөн иң ҙур бүләк булды.

Режиссер Гүзәл Әбушахманова ҡарары буйынса билдәле рус әкиәте театр тамашаһының иң яҡшы традицияларына таянып ҡуйыла. Спектаклдең төп персонаждары – Тутти, Просперо, Тибула, доктор Гаспаранан тыш, шаян клоун-кәмитселәр ҙә тамаша геройҙарына әйләнделәр.

“Ҡаты йөрәк Тутти” спектакле, үҙенең типик әкиәт сюжетына ҡоролоуына ҡарамаҫтан, “нурҙар” тарафынан ярайһы уҡ мауыҡтырғыс килеп сыҡты. Ундағы йыр-моңдар, бейеүҙәр, акробатик номерҙар кескәйҙәрҙең күңеленә бик оҡшаны.

Яңы йыл кәйефен биреүсе байрамса биҙәлгән сәхнә, сағыу декорация, персонаждарҙың әкиәт костюмдары иғтибарҙы йәлеп итә.

Йәш тамашасылар өсөн фойеның икенсе ҡатында яңы йыл дискотекаһы ла ойошторолған.

Әйткәндәй, “Нур” театрында ойошторолған яңы йыл иртәлектәре 26-30 декабрҙә һәм 3-6 ғинуарҙа көнөнә ике тапҡыр уҙғарыласаҡ.

темалар: театр, яңы йыл