Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Тағы 35 кеше махсус автомобилдәр алды

Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан Өфөлә Рәсәй Федерацияһының Социаль страховкалау фонды средстволары иҫәбенә 35 инвалид махсус автомобилдәр алды.

Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһендә өр-яңы бишенсе модель «Жигули»ҙарҙы декабрь башында уҡ тапшыра башланылар.

— Яңы автомобиль алыу — беҙҙең, инвалидтар, өсөн Яңы йыл алдынан бик ҙур бүләк. Яңы йылдың матур сюрприздарҙан башланыуына бик шатмын, тимәк, бөтә йыл беҙҙең өсөн уңышлы буласаҡ. Республикабыҙ һәм Фондтың төбәк бүлексәһе етәкселеге производствола бәхетһеҙлек осрағынан һәм профессиональ ауырыуҙарҙан зыян күргән кешеләр техник реабилитациялау саралары, яҡшы автомобилдәр менән ваҡытында тәьмин ителһен һәм үҙҙәрен лайыҡлы тойһон өсөн бик күп эшләүен билдәләп үтергә теләйем, — тине Йылайыр районынан Ҡаһарман Солтанов.

РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов билдәләүенсә, 2001 йылдан республикала производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ ауырыуҙар эҙемтәһендә зыян күреүселәргә 715-тән ашыу махсус автомашина тапшырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть