Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Марат Мәһәҙиев: республикала ғәҙәттән тыш хәлдәр булманы

Йәмғиәт

Үткән йыл ил өсөн хәүефле техноген авариялар, тәбиғәт фажиғәләре менән ауырға тура килһә лә, Башҡортостанда социаль мәғәнәгә эйә булған ғәҙәттән тыш хәлдәр булманы. Был турала “Башинформ” агентлығының матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Марат Мәһәҙиев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, яҙғы ташҡын осорондағы хәлдәр, урмандағы янғындар контролгә алынған. Быйыл янғын һәм үлем осраҡтары иҫәбе бер аҙға кәмегән.

2009 йылда республикала бөтәһе 4665 янғын сығыуы теркәлә, 335 кеше һәләк була, шуларҙың 18-е бала, 345 кеше тән йәрәхәттәре ала.

Алдағы оҙайлы Яңы йыл каникулдары менән бәйле, белгестәр ут сығыу һәм янғын ҡорбандары һаны артыу ихтималлығын күҙаллай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть