8 декабрь, Кесе йома

24 декабрь 2009 йыл, 17:42

Ял көндәрендә Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк

автор: Эльвира Латипова

Алдағы ял көндәрендә Өфөлә ит ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк.

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала 14 традицион сауҙа майҙансығы ойоштороласаҡ. Өфөгә республиканың  20 ауыл хужалығы районынан аҙыҡ-түлек килтерәсәктәр.

Ауыл хужалығы продукцияһы менән иң күп машиналар Дим районының Правда урамындағы һәм Совет районының “Юбилей” мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙандарҙа көтөлә. Ике майҙансыҡҡа ла 100-әр машина киләсәк.

Калинин районында ауыл халҡы “Ауыл хужалығы йәрминкәһе” баҙары эргәһендәге майҙанда һәм Өфө – Шаҡша трассаһында һатыу итәсәк. Киров районында йәрминкәгә – «Аврора» кинотеатры алдындағы, Ленин районында Профсоюздар йорто алдындағы майҙандар бүленә.

Орджоникидзе районында бер юлы биш майҙанда: «Йүрүҙән» Сауҙа үҙәге алдында, «Тирәктәр» һәм «Урал» сауҙа комплекстары эргәһендә, Колхоз баҙары һәм Орджоникидзе күмәртә-ваҡлап һатыу баҙары янында аҙыҡ-түлек тейәлгән машиналар урын аласаҡ.

Октябрь районында Спорт һарайы эргәһендә, «Зинин» майҙансығында (Зинин менән Жилин араһында) һәм «Сәрмәсән» сауҙа комплексы эргәһендә ҡышҡылыҡҡа ит һәм башҡа төрлө продукттар һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Шәмбе йәрминкәләр мулыраҡ буласаҡ: ауыл хужалығы продукцияһы менән 475 машина килеүе көтөлә. Йәкшәмбе аҙыраҡ буласаҡ: 333 машина.