4 декабрь, Йәкшәмбе

24 декабрь 2009 йыл, 17:11

Дмитрий Медведев: 2009 көрсөк йылы өсөн беҙ күп түләмәнек

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәйҙәр 2009 көрсөк йылы өсөн сағыштырмаса аҙ хаҡ түләне. Бер юлы өс федераль каналдың – «Беренсе», «Россия» һәм НТВ – тура эфирында уҙған йылға йомғаҡ яһап, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев бөгөн ошондай фекер әйтте.

— Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, 2009 йыл беҙгә сағыштырмаса еңел бирелде, — тине Президент. – Хәҙер, ил иҡтисады бирешмәне һәм беҙ өс нәмәгә өлгәшә алдыҡ, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Беренсеһе – бөтә социаль түләүҙәрҙең тотороҡлоғон тәьмин итеүгә һәм пенсияларҙың күләмен арттырыуға өлгәштек. Был йүнәлештә эш, әйткәндәй, киләһе йылда ла дауам иттереләсәк. Икенсеһе – беҙ финанс тотороҡлолоғон һаҡлай, банк һәм кредит өлкәләрендә тәртип булдыра, милли валютабыҙҙың тотороҡлолоғон тәьмин итә алдыҡ. Һәм өсөнсөһө – беҙ системаны тәшкил итеүсе предприятиеларыбыҙҙы һаҡлай алдыҡ, уларҙың береһенең дә банкротлығына юл ҡуйманыҡ.

Дмитрий Медведев фекеренсә, быйыл Рәсәйҙә инфляцияның туғыҙ процент ҡына тәшкил итеүе лә беҙҙең көрсөк йылы өсөн түләгән хаҡтың түбән булыуы хаҡында һөйләй, ә 2008 йылда ул 13 процент булғайны.

— Шул уҡ ваҡытта быйыл беҙҙә эске тулайым продукт 8,7 процентҡа кәмене, — тине Президент, — әммә мин 2010 йылда уҡ уның 2,5 проценттан биш процентҡа тиклем үҫешен күҙәтәсәгебеҙгә ышанам.

Үҙенең һис шикһеҙ ыңғай үҙгәрештәре менән бер рәттән уҙып барыусы йыл беҙгә, Президент фекеренсә, бик күп хәл ителмәгән проблемалар ҙа ҡалдырҙы. Улар араһында иң мөһимдәре – эшһеҙлек, иҡтисадтың сеймал экспортына бәйле булыуы һәм илебеҙҙә конкуренцияға һәләтһеҙ предприятиеларҙың күплеге.

— Тауарҙарыбыҙ эске Рәсәй һәм бөтә донъя баҙарҙарында талап ителһен һәм конкуренцияға һәләтле булһын өсөн инновацион технологияларҙы индерергә кәрәк, — тип иҫәпләй Президент. Әммә был йүнәлештә эш әлегә беҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик һүлпән алып барыла.