Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 69.67 ↓

20 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнөң яңы йыл майҙандарында байрам программалары башлана

Йәмғиәт

“Яңы йыл мәрәкәләре” конкурсы – театрлаштырылған байрам программалары сығыштары – ҡала майҙандарында старт ала. Тәүге сығыш программаһын Өфөнөң Калинин районындә йәшәүселәр тәҡдим итә. Байрам тамашаһы 12 сәғәттә “Моторҙар эшләүселәр” Мәҙәниәт йорто алдында башлана.

Октябрь районының Яңы йыл шоуын ҡала халҡы бөгөн 15 сәғәттә Спорт мәҙәниәт һарайы  майҙанында күрә аласаҡ.

25 декабрь – ҡалабыҙҙың Дим, Киров,Ленин райондарында, 28 декабрь – Оржоникидзе һәм Совет райондарында театрлаштырылған яңы йыл тамашалары уҙғарыласаҡ.

Әйткәндәй, “Яңы йыл мәрәкәләре” конкурсы, Өфө хакимиәте тарафынан йыл да үткәрелеп килгән “Вьюговей-2010” фестивале сиктәрендә үткәрелә. Тимәк, байрамды  ҡарарға  ҡала тамашасылары ғына түгел, шулай уҡ һәр бер  сығышты баһалаусы  жюри ағзалары ла киләсәк.

Традиция буйынса был фестиваль киләһе йылдың ғинуар урталарына ҡәҙәр дауам итәсәк. Ҡатнашыусылар өсөн – иң яҡшы йыһазландырылған боҙ ҡаласығы “Боҙ ҡалаһы”, ҡар-боҙ скульптураһы “Әкиәттәге боҙ” конкурстары алынған.

Сараны ойоштороусы Айгөл Хәйруллинаның “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүенсә, жюри конкурс программаһын баһалау барышында -  режиссерҙың оригиналь уйлап табыуын, тамашасылар менән әүҙем эш алып барылыуын, программала халыҡ көйҙәре ҡулланылыуын, уйындар һәм әкиәт персонаждары булыуын, хатта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлеүен дә иҫәпкә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть