8 декабрь, Кесе йома

24 декабрь 2009 йыл, 16:20

Башҡортостан предприятиелары ХХI быуаттың 24 Сифат билдәһен алды

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан предприятиелары Мәскәүҙән ХХI быуаттың Алтын, Көмөш һәм Бронза сифат билдәләрен алып ҡайтты. Унда «Бөтә Рәсәй маркаһы (III мең йыллыҡ). ХХI быуат Сифат билдәһе» конкурсына йомғаҡ яһалды.

БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юғары наградаға эйә булыусылар араһында – «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «БР Нефтехимэшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы (Өфө), «Каустик» һәм «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре (Стәрлетамаҡ), «Ишембай ойоҡ фабрикаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Иң тос наградалар пакеты «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә эләкте. Предприятие эксперт комиссияһы хөкөмөнә араҡы-шарап продукцияһының киң ассортиментын тәҡдим итте. «Белебей элитный», «Ирәмәл» һәм «Ағиҙел» бальзамдары, «Федор Шаляпин» һәм «Золото Башкирии люкс» араҡылары Алтын сифат билдәһенә лайыҡ булды. «Белый чай», «Сталковская «Дикий мед», «Ҡурай», «Лесная красавица люкс» араҡылары һәм «Белебеевская перцовая» әсе төнәтмәһе — Көмөш, «Честная» һәм «Петровский сенат» араҡылары Бронза сифат билдәһе алды.

«Каустик» — өс, БР Нефтехимэшкәртеү институты – бер, «Сода» – алты, Ишембай ойоҡ фабрикаһы ике иң юғары награда – Алтын сифат билдәһе алыуға өлгәште.