6 декабрь, Шишәмбе

24 декабрь 2009 йыл, 15:22

23 яңы республика законы – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 20-се ултырышының төп йомғағы

автор: Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың быйылғы көҙгө сессиялағы һуңғы 20-се ултырышында депутаттар 23 закон ҡабул итте, уларҙың һигеҙе генә өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн көн тәртибенә индерелде. Тағы 13-ө беренсе уҡыуҙа ҡабул иткәндән һуң төҙәтмәләр булмау сәбәпле тулыһынса ҡабул ителде. Ике бюджет закон проекты бер юлы беренсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде.

Ултырышта Артур Ғүмәров БР судьялары квалификация коллегияһында йәмәғәтселек вәкиле вазифаһына тәғәйенләнеш алды, Маргарита Азарова, Илзирә Аҙнабаева, Флүрә Әхмәтйәнова, Светлана Барашихина, Павел Вертянов, Елена Графенкова, Ольга Должикова, Эльвира Звонова һәм Лилиә Мөғиновалар Башҡортостан Республикаһы айырым суд участкаларының мировой судьялары вазифаларына һайланды.

Депутаттар февраль башында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы менән Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу Йыйылышы араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөү, Учалы районында географик объекттың атамаһын үҙгәртеү, БР Контроль-иҫәп палатаһы коллегияһы составына үҙгәрештәр индереү, дүрт федераль закон проекттарын хуплау йәки кире ҡағыу тураһында ҡарар ҡабул итеү өсөн тауыш бирҙе, 2010 йылдың яҙғы сессияһына үҙ закон проекттары эшенең яҡынса программаһын һәм Дәүләт Йыйылышының 2009 йылдың көҙгө сессияһы осорондағы эшмәкәрлеге хаҡында отчет әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул итте.