Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт йәштәр театры “Яңы йыл вальсы”на саҡыра

Йәмғиәт

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында балалар өсөн яңы йыл тамашаһы башланды. Балалар өсөн спектаклдәр ике сәхнәлә — Ҙур һәм Камерный залдарҙа уҙғарыласаҡ.

Йәштәр театрының рус труппаһы Өфө балаларын Англия, Бразилия, Швеция, Германия, Финляндия Ҡыш Бабайҙары — Санта Клаус, Пай Натало, Водан, Томте һәм Йоулупукки менән бергә донъя сәйәхәтенә саҡыра. Улар рус Ҡыш Бабайын мәкерле Жар Феяһынан ҡотҡарырға йыйыналар. Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы сюжеттарҙан торған “Яңы йыл вальсы” тип аталған әкиәт тамашаһы балаларға ла, өлкәндәргә лә күңелһеҙләнергә ирек бирмәйәсәк.

Шулай уҡ был көндәрҙә, Милли йәштәр театры, Лилиә Кәбирова ҡуйған “Тылсымлы ҡурай” әкиәтен ҡарарға саҡыра.

Кескәй тамашасыларға Йәштәр театрында айырым иғтибар бүленгән: килгән ҡунаҡтарҙы фойела уҡ Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу, Яңы 2010 йылдың символы –Юлбарыҫ һәм башҡа әкиәт персонаждары ҡаршы алып тора.      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть