3 декабрь, Шәмбе

24 декабрь 2009 йыл, 14:27

«Цицерон» телмәр оҫталығы конкурсы аҙағына яҡынлашты

автор: Рәмил Рәхмәтов

«Цицерон» Республика телмәр оҫталығы конкурсында ҡатнашыусыларҙың һигеҙе финалға сыҡты. Финал ярыштары "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһында бара.

Еңеүгә дәғүселәр араһында – Өфө, Нефтекама, Салауат ҡалалары һәм Әбйәлил районы вәкилдәре. Финалда уларға дүрт конкурста үҙҙәрен күрһәтергә кәрәк. Беренсеһе Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белемдәрен тикшереүгә ҡорола, икенсеһе йәштәр сәйәсәте буйынса викторина формаһында үтәсәк. Өсөнсө конкурста ҡатнашыусыларға ниндәй ҙә булһа башҡорт мәҡәлен үҙеңсә аңлатырға, ундағы һығымтаның дөрөҫлөгөн нигеҙләргә, йә булмаһа уны кире ҡағырға тәҡдим ителәсәк.

Финалдың «К барьеру» телепрограммаһы өлгөһөндә үтәсәк дүртенсе этабы көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Ҡатнашыусыларға тәҡдим ителгән раҫлауҙы бер ниндәй әҙерлекһеҙ иҫбатларға йәки кире ҡағырға тура киләсәк

«Цицерон» конкурсының "Восход" ял базаһында үткән бынан алдағы этаптарында республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән 70-тән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында – студенттар, аспиранттар, эшсе йәштәр. Был сара, үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙың хәтерендә оҙаҡҡа ҡаласаҡ. Бында улар үҙ эрудицияларын күрһәтеү генә түгел, тормошта кәрәк буласаҡ мөһим тәжрибә лә тупланы.

темалар: конкурстар