8 декабрь, Кесе йома

24 декабрь 2009 йыл, 13:40

Рәсәй Дәүләт Советы ултырышында

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

23 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһында мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү буйынса Советтың берлектәге ултырышында ҡатнашты.

Ултырыш Ҙур Кремль һарайының Георгий залында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев рәйеслегендә үтте.

Дәүләт Советында федераль һәм төбәк кимәлдәрендә “электрон хөкүмәт”те үҙләштереү һөҙөмтәләре һәм 2010-2011 йылдарҙа Рәсәйҙә мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Ултырышта Д.А. Медведев 2015 йылға бөтә дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү зарурлығы хаҡында белдерҙе. Рәсәй Президенты, стратегик мәғлүмәт технологиялары – ил үҫешенең мөһим йүнәлештәренең береһе ул, тип билдәләне. “Ниһайәт, декабрҙә Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталының асылыуы ҡыуаныслы. Әммә әлеге этапта ул берҙәм дәүләт белешмәһе булараҡ ҡына эш итә. Был насар түгел, ләкин был ғына аҙ”, – тине ил Президенты.

Д.А. МЕдведев әйтеүенсә, “электрон хөкүмәт”те ғәмәлгә индереү буйынса билдәле бер алға китешкә өлгәшелде. Әммә бер ниндәй ҙә ҙур үҙгәрештәр булманы.

— Кешеләр әүәлгесә белешмәләр һәм яраштырыу ҡағыҙҙары алыу өсөн сиратта тора, теге йәки был власть органына бер үк мәсьәлә буйынса күп тапҡырҙар мөрәжәғәт итергә мәжбүр, — тигән тәнҡит белдерҙе Д.А. Медведев.

Ултырышта ҡатнашыусыларҙың федераль һәм төбәк кимәлдәрендә “электрон хөкүмәт”те ғәмәлгә индереү буйынса эше тураһында сығыштары ла тыңланды.

Башҡортостан Республикаһы Президенты илде һәм төбәктәрҙе мәғлүмәтләштереү буйынса бөтә дәүләт власы органдары эшен көсәйтеү мөһимлеген билдәләне. Мортаза Рәхимов әйтеүенсә, Башҡортостанда электрон хөкүмәт системаһына күсеү буйынса байтаҡ саралар үткәрелә.

— Заманса идара итеү системаһы булмай тороп, иҡтисадты яңыртыуға өлгәшеү мөмкин түгел. Электрон хеҙмәттәр системаһына күсеү – ул экзотика түгел, ә заман талабы, тип дөрөҫ билдәләне Рәсәй Президенты,  - тине М.Ғ. Рәхимов.

Бөгөн Башҡортостанда “электрон” хеҙмәттәр күрһәтеү системаһының төп элементтары: дәүләт власы органдары порталы, дәүләт хеҙмәттәре сайты, дәүләт һатып алыуҙары порталы, төбәк раҫлау үҙәге, ведомство-ара мәғлүмәттәр бәйләнеше системаһы, күп функциялы үҙәк, мәғлүмәт киоскылары (инфоматтар) һәм электрон карта булдырылды. Социаль картаны ғәмәлгә индереү буйынса программа уңышлы эшләй. Ул ете ҡушымтаны үҙ эсенә ала. Башҡортостанда дәүләт хеҙмәттәрен электрон форматҡа күсереү буйынса эште айырым структура көйләйәсәк. Әле республикала Волга буйы федераль округының “Граждандар хеҙмәтенең асыҡлығын, граждандарҙың дәүләт хеҙмәткәрҙәренә ышанысын арттырыу” “пилот” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Башҡортостан алдына граждандар хеҙмәте асыҡлығын, граждандарҙың дәүләт хеҙмәткәрҙәренә ышанысын арттырыу буйынса эксперименталь проект ойоштороу бурысы ҡуйылды. Кадрҙар эше практикаһына мәғлүмәт технологияларын ғәмәлгә индереү, хеҙмәттәрҙе электрон формала тормошҡа ашырыу күҙаллана.

М.Ғ. Рәхимов фекеренсә, Башҡортостанда мәғлүмәт йәмғиәтен артабан үҫтереү өсөн тәүшарттарҙың бөтәһе лә бар.