11 декабрь, Йәкшәмбе

24 декабрь 2009 йыл, 11:58

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән!

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республика халҡын 24 декабрҙә билдәләнгән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

“Ҡәҙерле ватандаштар!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ихлас ҡотлайым!

Уны әҙерләү һәм ҡабул итеү Рәсәйҙә һәм Башҡортостандағы тәрән ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Унда илдәге конституцион хоҡуҡты, дәүләтселекте һәм федератив мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙең ғәйәт ҙур тәжрибәһе, күп милләтле республикабыҙҙың үҙенсәлектәре һәм төп мәнфәғәттәре тәүге тапҡыр бөтә яҡлап иҫәпкә алынды.

Республикаһы Конституцияһы демократик дәүләт һәм граждандар йәмғиәте институттарын, урындағы үҙидара системаһын ойоштороу, халыҡ мәнфәғәттәрендә эҙмә-эҙлекле иҡтисади һәм социаль сәйәсәт үткәреү өсөн ныҡлы сәйәси-хоҡуҡи база булдырҙы.

Хәҙерге Башҡортостандың бөтә ҙур ҡаҙаныштары, иҡтисад, социаль һәм рухи-мәҙәни өлкәләрҙең йылдам үҫеше, ҡала һәм ауылдар халҡы йәшәйешенең яҡшырыуы Төп Закондың ғәйәт ҙур ижади ҡеүәте менән бәйле. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик күп тиҫтә йылдарға торошло тарихи юл үтелде. Һөҙөмтәлә бөгөн республикабыҙ Рәсәй Федерацияһының алға киткән таяныс субъекттарының береһе булып тора, иртәгәһе көнөнә ышаныслы ҡарай.

Мөһим дәүләт документы булараҡ, Конституция киләсәккә йүнәлтелә, ҡануниәтте артабан камиллаштырыуҙы, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто, кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын ышаныслы яҡлауҙы, социаль үҫештең дәүләт стратегияһын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә.

Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй хаҡына яңы хеҙмәт уңыштары теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.