9 декабрь, Йома

24 декабрь 2009 йыл, 11:48

Юнир Аҙнағолов: «Хөрмәт хеҙмәттә яулана…»

автор: Рауил Рамазанов

Республикала күптәргә таныш булған был шәхесте Башкортостандың төрлө төбәктәрендә осратырға мөмкин. Баш ҡалала, тыуған Күгәрсен, үҙе йәшәгән Мәләүеҙ яҡтарында уға айырыуса ихтирам менән ҡарайҙар, ярҙам һорайҙар, фатиха алалар, кәңәшләшәләр. Башҡаса мөмкин дә түгелдер, сөнки беҙҙең халыҡ ауыр саҡтарында һәр саҡ аҡһаҡалдарына, аҡыл эйәләренә, батырҙарына һыйынған, уларҙан кәңәш-фәһем алған. Шундай кешеләргә башҡорт халҡы борон-борондан бай булған, шундай шәхестәр менән дан ҡаҙанған. Юнир Ғәлимйән улы Аҙнағоловты шундай шәхестәрҙең береһе тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Элегерәк ауылдарҙа йәше ҡырҡтан үткәндәрҙе «ҡарт» тип йөрөтөү ҡәҙимге күренеш ине. Юнир Ғәлимйән улын күргәндә, уның менән әңгәмәләшкәндә, уға етмеш йәш тулырға тора тип һис уйламаҫһың да. Уның етеҙлегенә, әүҙемлегенә, хәтеренә ҡарап һоҡланаһың. Сал башы ғына уның йәшен аңғармаҫтан белдереп тора. Мостай Кәрим үҙенең бер шиғырында бейек тауҙар башына ғына ҡарҙар төшә, тип яҙғайны. Бөйөк шағир бик дөрөҫ әйткән, минеңсә. Баһадирҙай һын-кәүҙәһе, эске рух көсө, тура һәм һынсыл ҡарашы, көслө ҡулдары менән Юнир Ғәлимйән улы теләһә күпме кеше араһында ла үҙенә иғтибарҙы һәр саҡ йәлеп итә ала.

Данлы Аҙнағоловтар нәҫеленең тамырҙары күптәргә яҡшы билдәле булған, Башкортостанға һәм илебеҙгә бихисап күренекле шәхестәр биргән Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин (Бесәнсе) ауылы менән бәйле. Аҙнағоловтар шәжәрәһенең ағасы туп-тура ауылға нигеҙ һалған XVII-XVIII быуаттар сигендә йәшәгән Күсәпҡолға барып тоташа.

Хоҙайбирҙин ауылын йыш ҡына райондың «ҡапҡаһы» тип әйтәләр. Ул иҫ киткес матур урында, мәшһүр Ағиҙел йылғаһының Урал тауҙарынан дала яғына ағып килеп, дуға яһап төньяҡҡа боролған һәм ҙур булмаған йәмле Керәүле йылғаһы Ағиҙелгә ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Атайсалында Юнир Ғәлимйән улы Аҙнағолов тәүге изгелек һәм ғәҙеллек дәрестәре ала, бында уның күңел тәбиғәте формалаша. Тыуған яҡтың онотолмаҫ төҫтәрен ул бала саҡтан уҡ күңеленә һеңдереп үҫә.

   Тәбиғәт кешегә көс тә бирә, уның холоҡ-ғәҙәттәренә лә йоғонто яһай, тиҙәр. Юнир Ғәлимйән улының эске күңелен уның бала сағы үткән Ағиҙел йылғаһы менән сағыштырып булалыр кеүек. Ағиҙел дә, бер ҡараһаң, яй һәм тыныс аға, ҡайһы ваҡыт ярҙарынан сығып тулап ала. Аралашыуҙа йомшаҡ, яғымлы кеше булһа ла, принципиаль мәсьәләләргә барып етһә   Юнир Ғәлимйән улы тайпылышһыҙ үҙ фекерен яҡлағанда тураһын әйтә, ҡурҡып тормай. Ул һәр саҡ халыҡ араһында, унан кеше бер ҡасан да өҙөлмәне һәм әле лә өҙөлмәй. Бала сағында уҡ һуғыш, һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татығанға күрә ул халыҡтың уй-фекерҙәрен, зарын тиҙ аңлай, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

   Юнир Ғәлимйән улы, үҙемдең ата-әсәйемә тейешле тәрбиә биргәндәре өсөн мең-мең рәхмәтлемен, тип йыш ҡабатлай. Уның атаһы – Ғәлимйән Рамаҙан улы Аҙнағолов был яҡтарҙа күптәргә таныш булған арҙаҡлы шәхес. 13 йәшендә атай-әсәйһеҙ ҡалып, Ғәлимйәнгә тормоштоң бар әсеһен-сөсөһен үҙ елкәһендә татырға тура килә. Бала сағынан уҡ ул аҡыл-фиғеле, әүҙемлеге менән тиҫтерҙәренән айырылып тора. 1924 йылда Ғәлимйәнде яңы ойошторолған комсомол ячейкаһының секретары итеп һайлайҙар. Әйткәндәй, колхоз тәү ойошторолғанда ул инициаторҙарҙың береһе була. Тәүгеләрҙән колхозға инеп, ең һыҙғанып бригадир ярҙамсыһы, башҡа яуаплы вазифаларҙы башҡара. Артабан Ғәлимйән Әмәкәс ауыл Советы рәйесе, Хоҙайбирҙин исемендәге колхоздың рәйесе булып эшләй. 1942 йылда фашист илбаҫарҙарынан илде яҡлап дәһшәтле һуғышҡа китә, ҡаты яралана, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип ҡайтарыла. Ләкин бирешмәй һалдат һәм уға хас булған көс-ғәйрәт менән тыныс тормошто ҡора башлай. «Ағиҙел» һәм «III Интернационал» колхоздарында рәйес булып эшләй, һуңынан Ғәлимйән Рамаҙан улын тыуған ауылына колхоз етәкләргә ҡайтаралар. Уны әле лә олораҡ йәштәгеләр йылы һүҙ менән иҫкә алалар – дәртле рәйес иң ауыр йылдарҙа фермаларҙы, ат көтөүен тергеҙҙе, халыҡты икмәккә туйындырҙы һәм уның тормошон яҡшыртыуға бик күп көс һалды. Ул партияның Йомағужа район комитеты ағзаһы, ауыл һәм район Советтары депутаты булараҡ ҙур ижтимағи эш тә алып барҙы. Ләкин шәхес культының өйөрмәһе уны ла урап үтмәне, әле үҫергә тейешле етәксе нахаҡҡа ғәйепләнеп, законһыҙ хөкөмгә тарттырыла. Бында ла Ғәлимйән һыр бирмәне. Һуғыш инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, ағас оҫтаһы, пенсия йәшенә еткәс юл төҙөү эшсеһе булды. Үҙе ултыртҡан баҡса, умарталары менән ауылдаштары араһында дан тотто. Үкенескә ҡаршы, 1988 йылда ул 78 йәшендә донья ҡуйҙы. Ғәйепһеҙгә хөкөм ителгән, суд ҡарарын ғәмәлгә яраҡһыҙ тигән ҡағыҙ үлгәндән һуң ғына килде.

   Ғәлимйән Рамаҙан улы ҡатыны Миңлеямал менән оҙаҡ йылдар матур тормош көтә, уңған балалар тәрбиәләй. Иң олоһо   Ғәлийән   күренекле педагог, күп йылдар буйы балалар уҡытты, Өфөнөң 29-сы мәктәбе директорының уҡытыу буйынса урынбаҫары вазифаһынан хаҡлы ялға сыҡты. Юғары маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды, күп миҙалдар менән наградланды. Артабан уларҙың Юнир, Зәйтүнә, Венир, Насир, Сәлимә исемле балалары доньяға килде.

   Уларҙың һәр береһе тырыш донъя көткән, өлгө алырлыҡ шәхестәр. Зәйтүнә Ғәлимйән ҡыҙы тормош иптәше уңған, бер нисә орден алған билдәле механизатор Миңнулла менән ауылда йәшәйҙәр, хәҙер пенсионерҙар инде. Йорттары матур, ҡуралары тулы мал. Дүрт балалары ла үҙ аллы донья көтәләр.

   Венир Ғәлимйән улы Аҙнағолов   республикала киң танылыу алған шәхес. Ябай колхозсынан алып тырышлығы арҡаһында Күгәрсен районы етәксеһенә тиклем үҫте. Район халҡының йәшәү кимәлен күтәреү, көнкүрешен хәстәрләү буйынса күп эштәр башҡарҙы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының ун икенсе, беренсе һәм икенсе саҡырылыш депутаты булып лайыҡлы эшләне. Хәҙерге көндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты Етәксеһе вазифаһында эшмәкәрлеген емешле дауам итә.

   Насир Ғәлимйән улы 25 йыл «Салауатнефтеоргсинтез» комбинатында эшләп ялға сыҡһа ла, әле лә эшен ташламаған. Ҡатыны Миңлесара менән ике ҡыҙ үстерҙеләр. Икеһе лә юғары белем алып матур итеп эшләп йөрөйҙәр.

   Төпсөк балалары Сәлимә Ғәлимйән ҡыҙы ғаиләһе менән Мәләүез ҡалаһында йәшәй. Урындағы һөт техникумын, Мәскәүҙәге идара технологияһы буйынса дәүләт университетын тамамлаған. Әлегә Мәләүез һөт-консерва комбинатының сеймал бүлеген етәкләй. Кейәүе Зөфәр ҙә шунда эшләй. Ике ҡыҙҙары ла юғары белемле, Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр.

   Ошондай матур ғаиләнең әсәһе – Миңлеямал инәй әле лә (Аллаға шөкөр!) иҫән. Ул күп йылдар буйы оҫта һауынсы, егәрле сөгөлдөр үстереүсе булып эшләп дан ҡаҙанды. Һуңғы йылдарға тиклем өй эсендә лә етеҙ генә эшләй торғайны. Үкенескә ҡаршы, бер нисә йыл элек ул ҡолап аяғынан яҙҙы. Бөгөн Миңлеямал инәй 96 йәше менән барһа ла, уның зиһене асыҡ, хәтере яҡшы, хәҙерге тормош яңылыҡтары менән һәр саҡ ҡыҙыҡһына.

   Был ғаиләлә күптәнге бер йола йәшәй. Һәр ял, байрам көндәрендә балалары әсәһе Миңлеямал эргәһенә, атай йортона йыйылырға тырыша. «Әсәйем янында булыу, уның менән бала саҡтағы кеүек кәңәшләшеп алыу миңә рухи көс бирә. Әсәйем менән бергә булғанда үҙемде бала саҡтағы һымаҡ тоям»,   тип һөйләй Юнир Ғәлимйән улы.

   Әйтергә кәрәк, балалары атай йортон ҙур хәстәрлек менән, һәр саҡ төҙөк, матур итеп тоталар. Быны күп йылдар инде урам яғынан «Өлгөлө йорт» тигән яҙыу дәлилләп тора. Йорт тирәһе, ишек алды Сәлимә Ғәлимйән ҡыҙының тырышлығы менән ысын мәғәнәһендә күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә күмелгән. Баҡсала емеш-еләк, йәшелсәләрҙең үҫмәгән төрө юҡ.

   Ошо ерҙә Юнир Ғәлимйән улы яҙған шиғырынан бер генә өҙөк килтерәйек:

   Тыуған ауылым, иҙге атай йорто,

   Тулҡынланып ҡапҡа асамын.

   Хужа түгел ваҡыт шул мәл миңә…

   Йылдар аша кире осамын.

   Ни хәл, балам, нисек ҡайтып еттең? –

   Әсәй мине шулай ҡаршылай.

   Бала ғына булып баҫып торам

   Өндәшкәндә әсәй – гел шулай…

   Венир Ғәлимйән улы менән Юнир Ғәлимйән улы ауылдың социаль мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә ҙур өлөш индерҙеләр. Арҙаҡлы яҡташтары Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы уның музейын реконструкциялау, экспонаттарҙы яңыртыу буйынса эштәрҙе ойоштороп башҡарып сыҡтылар.

   Ауылда йома көндәре аҙан тауышы яңғырай. Мәсет төҙөү, уны ҡарап тотоуҙы ла улар үҙ өҫтәренә алдылар. Хозайбирҙин исемендәге мәктәптең 100 йыллығын үткәреү, мәктәп музейын асыуҙа ла башлап йөрөүсе Юнир Ғәлимйән улы булды. Ауыл халҡы Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын байрам иткән көндәрҙә асылған мөһабәт һәйкәл комплексы өсөн дә ағалы-энеле Аҙнағоловтарға рәхмәтлеләр. Республикала беренселәрҙән булып 2000 йылда ауылда матур шәжәрә байрамын ойоштороусылар ҙа улар булды.

   Ошондай арҙаҡлы ғаиләлә Юнир Ғәлимйән улы Аҙнағолов ҙур һуғыш алдынан ғына, 1940 йылдың башында донъяға килә.

   Хоҙайбирҙин ауылының тулы булмаған урта мәктәбен тамамлағас, Күмертау ҡалаһына йөрөп урта белем ала. Артабан ул Мораҡ ауыл профтехучилищеһында киң профилле механизатор, комплекслы бригада етәксеһе тигән һөнәргә өлгәшә.

   Армияла ракета частарында лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау техникумын тамамлап, техник-механик дипломын ала. Уҡыуҙан һуң Йомағужа районының Подгорный РТС-ында технадзор инспекторы булып эшләй башлай. Артабан ул комсомолдың район комитетына алына. Йәш, дәртле кешене бындай ышаныс тағы ла дәртләндерә, тормошонда яңы офоҡтар асыла.

   1963 йылда Юнир Ғәлимйән улы Аҙнағолов партияның Мәләүеҙ район комитетына күсерелә. Ул бында бер нисә йыл эсендә инструкторзан алып пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, беренсе секретарҙың ярҙамсыһы вазифаларына тиклем юл үтеп, яҡшы эш күрһәтә. КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендә Юғары партия мәктәбен уңышлы тамамлай.

   1977 йылда уны Мәләүез ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп һайлайҙар. Ул ваҡытта Мәләүез яңы ғына республика әһәмиәтендәге ҡалаға әүерелгәйне. Уны ҡасабанан замандағыса ҡала кимәленә еткереү буйынса алда бихисап эштәр тора ине. Юнир Ғәлимйән улы үҙен оҫта ойоштороусы һәм етәксе итеп күрһәтә алды, был урында ун ике йыл эшләп халыҡтың ихтирамын яуланы. Ул кешеләрҙең көнкүрешен, күп яҡлы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән эштәрҙең тап уртаһында ҡайнаны.

   Әйткәндәй, Юнир Ғәлимйән улы күп төҙөлөштәрҙең әйҙәүсеһе һәм этәргес көсө булды. Уның тырышлығы менән ҡалала байтаҡ социаль объекттар сафҡа инде. Үткән быуаттың 80-нсе йылдарында артыҡ ҙур булмаған Мәләүездең даны бар СССР-ға тарала. Көнгәк тауында илдә тәүге булған бобслей трассаһы барлыҡҡа килә. Бобслей буйынса иң беренсе ил ярышы тап Мәләүездә үтә. Был ҙур эштәргә лә Юнир Ғәлимйән улы үҙенең тос өлөшөн индерә. Союз күләмендә үткәрелгән Спартакиаданың ойоштороу комитетын етәкләй.

   Шул йылдарҙа уның эшмәкәрлеге кин йәмәғәт танылыуы ала. Уға «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физкультура һәм спорт хеҙмәткәре» тигән юғары исемдәр бирелә. Ҡалаға оҙаҡ йылдар буйы күрһәткән хеҙмәте өсөн уға «Мәләүез ҡалаһы һәм районының почетлы гражданины» исеме бирелә. Ҡалала ул Йыл шәхесе булып та танылды.

  1990-сы йылдарҙа Юнир Аҙнағолов ил күләмендәге яңы ҙур төҙөлөштө етәкләп, үҙен оло маҡсаттарға ирешә алыусы оҫта ойоштороусы һәм һирәк осрай торған хужалыҡ эшмәкәре итеп тә танытты. Был төҙөлөш нигеҙендә барлыҡҡа килгән берлектәге башҡорт-испан предприятиеһын – доньяның иң яңы технологияларға нигеҙләнгән «Башкелме» акционерҙар йәмғиәтен булдырыуҙа уның шәхси өлөшө бик зур. Заманында ул Рәсәйҙә тиңе булмаған күп тармаҡлы предприятие ине. Мәләүездә етештерелгән елем, спорт аяҡ кейемдәре, спорт костюмдары бар илгә билдәле булды. Юнир Ғәлимйән улы акционерҙар йәмғиәтенең тәүге генераль директоры, һуңынан директорҙар советы рәйесе вазифаларын башҡарҙы.

   Юнир Аҙнағолов элек-электән әүҙем йәмәғәтсе лә. Күп йылдар КПСС-тың район, ҡала комитеттарында ағза итеп һайланды. Өс тиҫтә йыл буйына Мәләүез район-ҡала Советтары депутаты, ҡала Советы Президиумы ағзаһы булды.

   Үҙенең иң әһәмиәтле йәмәғәт эштәренең береһе итеп Юнир ағай Мәләүез ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайындағы эшмәкәрлеген иҫәпләй. Ҡоролтай ойошторолоуының тәүге көндәренән алып әле лә уның рәйесе булып уңышлы һәм емешле эшләй. Туған тел, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү һәм үҫтереү, йәш быуынға тейешле тәрбиә биреү буйынса арыуыҡ ҡына эштәр башҡарылды.

   Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Беренсе һәм Икенсе съездары эшендә әүҙем ҡатнашты, әле киләһе йәй үтәсәк Өсөнсө съезды ойоштороу буйынса әүҙем әҙерлек башлаған.

   Башҡортостан Президенты һайлауҙары ваҡытында ул М.Ғ. Рәхимовты яҡлау буйынса йәмәғәтселек штабтарын төҙөүҙә һәм халыҡ араһында әүҙем эш алып барыу буйынса бар көсөн, тәжрибәһен, дәртен бирҙе.

   Юнир Ғәлимйән улы йәштән үк гәзит-журналдарға яҙыша, шиғриәтте лә бик яратҡан кеше. Республика етәкселеге алып барған сәйәсәтте аңлатҡан, башҡорттарҙың тарихына, рухи ҡиммәттәренә бағышланған уның мәҡәләләрен йыш ҡына ғәзиттәрҙә күрергә мөмкин.

   Юнир Ғәлимйән улы күп кенә яңы эштәрҙе башлап ебәреүсе шәхес. 2000 йылда яҡташы Фатих Азаматов менән бергә яҙылған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштарым!» исемле Хоҙайбирҙин аулының тарихы һәм шәжәрәләре тураһында бик ҡыҙыклы һәм йөкмәткеле китаптары донъя күрҙе. Хәҙер инде үрнәк алып бындай китаптар республиканың төрлө төбәктәрендә сыға башланы. Бынан һуң уның тағы ла бер нисә китабы баҫылып сыҡты. Быйыл да Юнир Аҙнағолов өр-яңы эш башлап ебәрҙе. Уның инициативаһы менән беренсе мәртәбә Мәләүез районында йәшәгән өс башҡорт ырыуы вәкилдәре – ҡыпсаҡтар, тамъяндар һәм юрматы үҙҙәренең йыйынына килделәр. Ошо ырыуҙар берҙәмлегенә бағышланған стелла асылды. Бындай йыйындар артабан матур йолаға әйләнер тип уйларға өмөт бар.

   Юнир Ғәлимйән улы нисек барыһына ла өлгөрәлер   ул Мәләүез районының урындағы «Берҙәм Рәсәй» ойошмаһының башҡарма комитетына ла уңышлы етәкселек итә. Уның тырышлығы арҡаһында ойошма Башҡортостанда иң зурҙарҙан һәм эшлеклеләрҙән һанала, ағзаларының һаны өс меңдән артып китте, күп кенә файҙалы эштәр даими башҡарыла.

   Шуны ла әйтергә кәрәк, 2003 йылдан алып һуңғы ваҡытҡа тиклем ул Дәүләт  Йыйылышы депутаты Н.А. Кураповтың эшлекле һәм әүҙем ярҙамсыһы булды, уның һайлау штабы эшен бик оҫта алып барҙы.

   Уның күп йыллыҡ эшмәкәрлегенә тейешле баһа бирелде. Үрҙә әйтелеп киткән маҡтаулы исемдәргә «Халыҡтар дуҫлығы» ордены, күп кенә миҙалдар ҙа өҫтәлде. Әйткәндәй, Юнир ағай уларға ҡарата битараф. Мин наградаларҙы бер ҡасан да һорап йөрөмәнем, ти ул. Минең өсөн иң ҙур бүләк – халыҡтың хөрмәте, тип өҫтәп ҡуя.

   Юнир Ғәлимйән улы ҡатыны Ғәлиә инәй менән өс бала үҫтерҙеләр. Өлкән улы — Рамил ауыл хужалығы институтын тамамлап әле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ҡыҙы Филүзә педагог белеме алып балалар уҡытты, хәҙер Күмертау ҡалаһының хакимиәт башлығы урынбаҫары булып уңышлы эшләй. Бәләкәй ҡыҙы Зөлфиә лә һынатманы, тау колледжын, Өфөнөң технология һәм сервис институтын, Президент ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте академияһын – барыһын да «ҡыҙыл» дипломға тамамлап   Өфөлә йәшәй. Ейәндәре лә ҡыуандыра. Олоһо, Роберт бер ниндәй ярҙамһыҙ илебеҙҙең иң атаҡлы уҡыу йорттарының береһенә   Мәскәүҙәге Бауман исемендәге университетҡа инеп, өсөнсө курста уҡып йөрөй, бер юлы эшләй ҙә. Камилла әле мәктәптә уҡый, шиғырҙар яҙа, матур итеп һүрәт төшөрә, быйыл конкурста еңеп, Ҡара диңгеҙ буйында, билдәле «Орленок» лагерында ял итеп ҡайтты. Иң кесеһе Динислам киләһе йыл мәктәпкә йыйына.

   Юбилей алдынан ғына ошо юлдарҙы яҙыусыға Юнир Ғәлимйән улы менән ҡыҫҡа ғына әңгәмәләшергә форсат тейҙе.

  Юнир ағай, һеҙ бит инде доньяны күп күргән кеше. Ошо йәшегеҙ бейеклегенән үткән ваҡыттарға ниндәй баһа бирер инегеҙ?

  Ғөмүмән, үткән йылдар, башҡарылған эштәр менән ҡәнәғәтлек кисерергә хаҡлымындыр. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә минең тирәлә яҡшы, тырыш, эшлекле кешеләр күп булды. Район, ҡала етәкселәре менән дә, юғары дәүләт ойошмаларында ла һәр саҡ уртаҡ тел табып, ҡуйған бурыстарымды үтәүгә өлгәштем. Шуға күрә лә уларҙың һәр береһенә рәхмәтлемен.

   Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың яҡташы булыуы миңә һәр саҡ өҫтәмә яуаплылыҡ өҫтәне, көс-дәрт бирҙе.

   Йәш өҫтәлеп олоғая барған һайын кешеләрҙең, ғөмүмән, донъяның иҫ китмәле камиллығы, матурлығы нығыраҡ асыла, күренә шикелле. Әлегә иҫәнлек бар әле, мейес башында ятырға иҫәп юҡ, алдағы эштәр ҙә бөтөргә уйламай кеүек. Мин уйлауымса, эшләрбеҙ әле…

   Бер юлы яҡташтарҙы, туғандарҙы, мине белгәндәрҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, именлек, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләйем. Киләһе Республика йылында ла төрлө кризистарға һәм һынауҙарға бирешмәҫбеҙ, тип уйлайым.

   Амин, шулай булһын, Юнир ағай!

темалар: юбилейҙар