Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

“Турист һуҡмағы буйлап” ижади эштәр конкурсы 20 ғинуарға ҡәҙәр оҙайтылды

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Мәғариф министрлығы һәм Туризм-спорт берләшмәһе тарафынан ойошторолған, “Турист һуҡмағы буйлап” республика конкурсына ижади материалдар туплау дауам итә.

Бәйгенең маҡсаты – үҫеп килгән быуында ирекле экологик эшмәкәрлек, экологик мәҙәниәт һәм милли үҙаң тәрбиәләү.

Сарала туристик түңәрәк, секция, клуб һәм үҙәк тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ, йәштәр тармағы, спорт, өҫтәмә белем биреү учреждениелары, балалар һәм йәштәр ижтимағи берләшмәләре хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала.

“Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, ижади эш  эстәлегендә, иң беренсе тыуған төйәк буйынса (өлкә, ҡала, торама пункт) -  фотомаршрут булырға тейеш.

Жюри вәкилдәре шулай уҡ ҡатнашыусы конкурсанттың туризм сараларын электрон ысул менән презентациялауын да баһалаясаҡ. Был иһә, тыуған төбәк буйлап экскурсия, экологик акция, балалар һәм йәштәр туристик лагерҙары, семинарҙар, йыйылыштар, өйрәтеү-күнектереү походтары булыуы мөмкин.

Еңеүселәр кубок һәм грамоталар менән бүләкләнәсәк. Конкурс эштәрен – 450008, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының  туризм һәм туризм индустрияһы бүлегенә ебәрергә. Тел/факс (347)251-57-27.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть