11 декабрь, Йәкшәмбе

24 декабрь 2009 йыл, 10:08

Эш хаҡы буйынса бурыс 25,8 миллион һумға тиклем кәметелде

автор: Эльвира Латипова

Республика Йортонда эш хаҡы буйынса бурысты ҡайтарыу буйынса Ведомство-ара координацион советтың ултырышы үтте. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев алып барҙы.

— Быйыл 1 ноябргә бурыстың дөйөм суммаһы 46 миллион 425 мең һум тәшкил иткәйне, — тип хәбәр итте Премьер-министр. – Башҡортостанстаттың 21 декабргә ҡарата мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 11 ойошманың эш хаҡы буйынса бурысы – 25 миллион 848 мең һум.

Бурыстың төп күләме иҡтисади эшмәкәрлектең ике төрөнә: эшкәртеүсе производстволарға (57 процент) һәм төҙөлөшкә (38,6 процент) тура килә.

Бөтә бурыстың 47,8 проценты Өфөгә тура килә.