Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ауырғазы малсылары 5 мең килограмм һөт һауып алыуға өлгәште

Йәмғиәт

Ауырғазы районы малсылары йыл башынан һәр бер һыйырҙан 5199 килограмм һөт һауып алды. Өфө районы эшсәндәре 4955 килограмм күрһәткесе менән уларҙан бер аҙға ғына ҡалышты.

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Стәрлетамаҡ малсылары һәр һыйырҙан тәүлегенә 11,1 килограмм һөт һауып ала. Учалы һыйырҙары уларҙан 100 грамға ғына ҡалыша. Уртаса һауым буйынса яҡшы күрһәткестәргә Өфө — 10,7 килограмм, Дүртөйлө — 10,5, Саҡмағош – 10,3, Ауырғазы – 10 килограмм — райондары өлгәште.

Республикала иң күп һөттө стәрлетамаҡтар алды. Был районда тулайым һауым йыл башынан 37622 тонна тәшкил итә. Дүртөйлө районында – 32867 тонна, Саҡмағошта – 31846 тонна.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть