4 декабрь, Йәкшәмбе

23 декабрь 2009 йыл, 17:34

Студенттар хәйриә акцияһында ҡатнаша

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Яңы йыл байрамдары алдынан хәйриә акцияһы үткәрә. Улар ата-әсәләре баш тартҡан балалар ятҡан 13-сө ҡала клиник дауаханаһының педиатрия бүлексәһенә, Өфө сабыйҙар йортона, ауыр тормош хәленә дусар булған ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ваҡытлыса һыйыныр урын тапҡан көрсөк үҙәгенә барасаҡ.

Был изге эшкә төп рухландырыусы һәм уны ойоштороусы булып ӨДНТУ поликлиникаһы мөдире урынбаҫары Нелля Тихомирова тора. Уның әйтеүенсә, студенттар балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән бындай хәйриә акцияһын тәүге тапҡыр ғына үткәрмәй. Был юлы улар балалар әйберҙәре, имеҙлектәр, шәхси гигиена саралары һәм башҡа күп төрлө әйберҙәр һатып алды. Бүләккә алынған әйберҙәрҙең күп өлөшөн бәләкәй йүргәктәр (подгузниктар) тәшкил итте. Өфөнөң бөтә сабыйҙар йорттары бөгөн тап шуларға мохтажлыҡ кисерә, сөнки уларҙа яңы ғына тыуғандарҙан алып дүрт йәшкә тиклемге балалар йәшәй.

— Сабыйҙар йорттарында тәрбиәләнеүсе балалар файҙаһына хәйриә акциялары үткәреү беҙҙең университетта изге традицияға әйләнде, – ти Нелля Ивановна. – Вуз студенттарының бындай акцияларҙа ихлас ҡатнашыуы бик һөйөндөрә.