9 декабрь, Йома

23 декабрь 2009 йыл, 17:00

Өфөлә эшҡыуарлыҡ мәсьәләһе буйынса журналистарҙың республика конкурсына йомғаҡ яһалды

автор: Любовь Кузьмина

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләһен киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы сағылдырыусы  журналистар араһында республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Конкурс эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитеты, Матбуғат идаралығы, Башҡортостан журналистар союзы, Башҡортостан республикаһының сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамы менән үткәрелде.

“Республика гәзит һәм журналдары категорияһында баҫма киң  мәғлүмәт саралары редакциялары араһында иң  яҡшы редакция  коллективы” номинацияһында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы бүләкләнде.

“Республика гәзит һәм журналдары катерогияһында баҫма киң күләмле мәғлүмәт саралары редакциялары араһында иң яҡшы журналист”  тип “Республика Башкортостан” гәзитендә ауыл хужалығы бүлеген етәкләүсе Илдар Әхиәров билдәләнде.

“Ҡала, берләштерелгән, район гәзит һәм журналдары категорияһында” киң күләмле мәғлүмәт баҫмалары араһында иң  яҡшы редакция коллективы номинацияһын “Сибайский рабочий” гәзите редакцияһы яуланы.

“Ҡала, берләштерелгән, район гәзит һәм журналдары категорияһында” киң күләмле мәғлүмәт баҫмалары араһында иң яҡшы журналист” – Күмертау ҡалаһының “Время” гәзитендә иҡтисад һәм сәнәғәт бүлеге мөдире Елена Камалова булды.

“Радио, телевидение, мәғлүмәт агентлыҡтары араһында иң яҡшы редакция ” исемен “Медиакорсеть” (МКС) электрон мәғлүмәт агентлығы алды.

“Киң күләмле электрон ысуллы мәғлүмәттә иң яҡшы журналист” (радио, телевидение, мәғлүмәт агентлығы) тип “Башинформ” агентлығының иҡтисад бүлеге күҙәтеүсеһе Любовь Колоколова билдәләнде.

“Күп тиражлы, ведомстволы, тармаҡлы, коммерция баҫмалары араһында иң яҡшы журналист коллективы” – “Башҡортостан эшҡыуары” (“Предприниматель Башкортостана”) гәзите коллективы булды.

“Күп тиражлы, ведомстволы, тармаҡлы, коммерция баҫмалары араһында иң яҡшы журналист” – “Новая экономическая газета”һының мөхәррир урынбаҫары Дмитрий Рудзин.

Еңеүселәр — диплом һәм приздар, редакция коллективы – компьютерҙар, журналистар – ноутбуктар менән бүләкләнәсәк.