10 декабрь, Шәмбе

23 декабрь 2009 йыл, 16:52

Өфөлә иҫке йорттарҙан 2442 кеше күсерелде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйыл Өфөлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволары иҫәбенә 2442 кеше иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан яңы йорттарға күсерелде. “Күсемһеҙ милек үҙәге” махсус муниципаль учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, был программа буйынса 751 торлаҡ бинаһы бирелде.

Әлеге ваҡытта авария хәлендәге торлаҡтан халыҡты күсереү программаһы буйынса Өфөнөң Орджоникидзе районы Калинин урамында төҙөлгән 112 фатирлыҡ йортҡа күсенәләр. Бөтә 112 фатирҙы ла авария хәлендәге барактарҙа йәшәүселәр алды.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостанға 2009 йылда авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереүгә, шул иҫәптән торлаҡ баҙарын үҫтереүҙе стимуллаштырыу кәрәклеген дә иҫәпкә алып, 2,26 миллиард һум аҡса бүлде. Төбәк ҡушма финанслауын да иҫәпкә алып, был сумма 3,08 миллиард һум тәшкил итте. Был средстволарға 313 авария хәлендәге йорттарҙан кешеләр күсереләсәк, бөтәһе 8628 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.