11 декабрь, Йәкшәмбе

23 декабрь 2009 йыл, 16:12

Ҡала Советы депутаттары 2009 йыл бюджетына һуңғы төҙәтмәләр индерҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Быйылғы Өфө бюджетына һуңғы төҙәтмәләр индерелде. Был турала ҡарарҙы депутаттар бөгөн ҡала Советының XXII ултырышында ҡабул итте.

БР Финанс министрлығының Өфө биләмәһендәге территориаль финанс идаралығы начальнигы Илгиз Насретдинов хәбәр итеүенсә, ҡала бюджетының дөйөм килеме 2009 йылда 13,658 миллиард һум тәшкил итте, ә сығымдар күләме – 14,417 миллиард һум. Бюджет табышының төп сығанаҡтары иҫәбендә Илгиз Насретдинов физик һәм юридик шәхестәрҙең табыштарына һалымды, ер һалымын һәм дөйөм табыш һалымын атаны.