7 декабрь, Шаршамбы

23 декабрь 2009 йыл, 15:34

Ауыл биләмәләрендәге йәштәр менән эшләү буйынса белгестәр йыйыла

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә, Профсоюздар йортонда, 23 декабрҙә ауыл биләмәләрендә йәштәр менән эшләүсе белгестәр өсөн республика семинары үткәрелә. Унда 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.

Форум сиктәрендә йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге йәш белгестәргә дәүләт комплекслы ярҙамы мәсьәләләре тикшереләсәк.

Йәштәр менән эшләү һәм спорт буйынса белгес Екатерина Мырҙабаева Стәрлетамаҡ районының Төрөшлө ауыл Советында йәштәр менән эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Шулай уҡ ауыл биләмәләрендә йәштәр менән эште иң яҡшы ойоштороуға республика конкурсы еңеүселәренең һәм номинанттарының сығыштары планлаштырылған.

темалар: йәштәр