2 декабрь, Йома

23 декабрь 2009 йыл, 14:08

Истанбулда Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең хәтер көнө үтте

автор: Әхәт Салихов

ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы һәм Истанбул университетының Евразия институты Истанбулда профессор, доктор Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың хәтер көнөн үткәрҙе. Сараны асыуҙа Евразия институты директоры Хаяти Тюфекчиоглу, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, был тантана төрки тарихын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән күренекле төркиәтсе Әхмәт-Зәки Вәлидигә арналған, тине.

Сарала ҡатнашыусылар башҡорт телендә “Тарих яҙыр инем ташына...” (режиссеры Әхмәт Яҡупов, сценарий авторы Юлай Ғәйнетдинов) документаль фильмын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Фильмды ҡарағандан һуң барыһы ла үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Профессор, доктор Гюльчин Чандарлыоглу, Әхмәт-Зәки Вәлиди башҡарыуында йырҙарҙы тәүге тапҡыр ишетәм һәм был минең өсөн ҙур сюрприз булды, тине. Вәлидиҙең ҡыҙы, профессор, доктор Иҫәнбикә Туған билдәләүенсә, фильм башҡорттарҙың көндәлек тормошо тарих һәм сәнғәт менән тығыҙ бәйләнеүен уңышлы күрһәтә. Гюльчин Чандарлыоглу шулай уҡ үҙ остазының фәнни һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Вәлидиҙең икенсе уҡыусыһы профессор, доктор Абдулҡадир Донук, уҡыусылар үҙ уҡытыусыларынан арттырырға тейеш, әммә әле булһа Вәлидиҙең уҡыусыларының береһе лә быға өлгәшә алманы, тине. Мәҙәниәт министрлығы вәкиле ғалимдың ижадын өйрәнеү буйынса төрлө илдәрҙә, шулай уҡ Башҡортостанда ла үткәрелгән саралар тураһында һөйләне.

Шулай уҡ ТӨРКСОЙ-ҙың Генераль секретары Дюсен Касеинов та сығыш яһаны. Атап әйткәндә, ул: «ТӨРКСОЙ төрки халыҡтарҙың үҫеше тарихына ҙур өлөш индергән күренекле фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, шул иҫәптән Вәлидиҙең дә, эшмәкәрлегенә һәр ваҡыт ҙур әһәмиәт бирҙе. 2003 йылда ТӨРКСОЙ ойошмаһы Вәлиди Туғандың “Башҡорттар тарихы” («История башкир») тигән китабын нәшер итте. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы тәҡдиме буйынса, Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл тулыу менән бәйле, ТӨРКСОЙ ойошмаһы сиктәрендә 2010 йылды Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған йылы тип иғлан итергә планлаштырабыҙ», — тине.

Вәлидиҙең хәтер көнөндә бик күп төрөк ғалимдары, Башҡортостан, Татарстан, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, студенттар ҡатнашты. Атап әйткәндә, Вәлидиҙең улы Сөбәдәй Туған, Башҡортостандың  Төркиә Республикаһындағы вәкиле Каншаубий Мизиев, Мимар-Синан исемендәге университет проректоры профессор Әхмәт Ташагыл, Төркиә телевидениеһы режиссеры, Вәлиди тураһында төрөк документаль фильмы авторы Эмель Уйғыр, Америка тарихсыһы Марк Абрамсон, «НТВ-история» журналы редакторы Гюрсель Гонджу, «Европа» матбуғат үҙәге журналисы Махир Тан, «Туҡай» мәҙәни-ағартыу йәмғиәте рәйесе Раушания Алтай, традицион төрөк уғынан атыуҙы тергеҙеү буйынса «Кеманкеш» йәмғиәте рәйесе Аднан Мехель, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы студент-стажерҙары ҡатнашты. Программаны «ТРТ-Төрк» телеканалы төшөрөп алды.

темалар: хәтер