6 декабрь, Шишәмбе

23 декабрь 2009 йыл, 12:27

Ғәйнәямаҡ ауылында ремонттан һуң мәктәп асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Раиф Бадыков

22 декабрҙә Әлшәй районына эш сәфәре менән сыҡҡан Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Ғәйнәямаҡ ауылында мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашты.

Уны 2009 йылдың сентябрендә ремонтлай башлағайнылар, хәҙер инде эштәр тамамланды. Мәктәпте реконструкциялауға республика бюджетынан 25 миллион һумға яҡын аҡса бүленде.

130 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптә 11 уҡыу кабинеты, спортзал, ашхана, китапхана урынлашҡан, душ бүлмәһе бар. Бында Ғәйнәямаҡтан, шулай уҡ яҡындағы ауылдарҙан 1-9-сы синыф балалары уҡыясаҡ.

Президент һәм уны оҙатып йөрөүсе БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттарҙы, спорт залын, ашхананы, компьютер класын ҡараны. Республика башлығы уҡыусылар менән аралашты һәм уларҙың белеменән генә түгел, тышҡы ҡиәфәтенән дә ҡәнәғәт ҡалды, сөнки яңы мәктәптә уҡыусылар заказ биреп тектерелгән өр-яңы матур формала килгән. Мәктәп китапханаһында Президент “Абруйлы ҡунаҡтар кенәгәһе”ндә яҙма ҡалдырҙы.

Мәктәпте ҡарап сыҡҡандан һуң уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр йыйылған спорт залында тантана үтте.

Президент, иҫке мәктәптәрҙе реконструкциялау һәм яңыларын төҙөү дауам итәсәк, тип вәғәҙә бирҙе.

Әлшәй районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Раевка ауылындағы 148-се юл-машина станцияһының яңы рельс-шпал рәшәткәһе цехы менән танышты. Республика башлығына яңы цехты Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе начальнигы Владимир Бучельников күрһәтте.

Элек рельс-шпал рәшәткәһе ошонда туранан-тура урамда етештерелә ине, шуға күрә хеҙмәт етештереүсәнлеге түбән булды. Хәҙер етештереү махсус төҙөлгән цехта өр-яңы автоматлаштырылған линияла башҡарыласаҡ. Уның етештереүсәнлеге сәғәтенә 100 метр, сменаһына 500 метр рельс-шпал рәшәткәһе тәшкил итә.

Әле юл-машина станцияһында 400-гә яҡын кеше эшләй. Яңы цех ауылға тағы ла 94 эш урыны бирәсәк. Уны рәсми асыу тантанаһы 28 декабрҙә үткәрелә.