Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан 132 уҡыусы Кремль шыршыһына барасаҡ

Йәмғиәт

Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән уҡыусылар ҡатнашасаҡ традицион президент шыршыһы 26 декабрҙә Дәүләт Кремль һарайында үтәсәк. Башҡортостандан байрамға 132 уҡыусы барасаҡ. Былар балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, социаль яҡланмаған ғаиләләрҙән балалар, уҡыу алдынғылары, предмет олимпиадаларында, төбәк һәм дөйөм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә еңеүселәр, призерҙар һәм лауреаттар. Шулай уҡ делегация составында – хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренән балалар.

Баш ҡалала балалар экскурсияла һәм “Измайлово” концерт комплексында үтәсәк “Бейеүсе фонтандар циркы” тамашаһында буласаҡ.

Дәүләт Кремль һарайында улар музыкаль-театрлаштырылған тамашаны ҡараясаҡ, ҙур уйын программаһында ҡатнашасаҡ. Кремль шыршыһы тураһында иҫтәлеккә һәр балаға бүләк-сувенир тапшырыласаҡ.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сара һигеҙенсе йыл рәттән үткәрелә. Был ваҡыт эсендә илдең төп шыршыһына республиканан 1000-дән ашыу бала барып ҡайтты.

Башҡортостан баш ҡалаһында ла Яңы йыл тамашалары башланды. Традиция буйынса уларҙы Конгресс-холда үткән Президент шыршыһы асты. 23 һәм 24 декабрҙә ошонда уҡ аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән балаларға , шулай уҡ балалар йорттарында һәм социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәргә әкиәт күрһәтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть