6 декабрь, Шишәмбе

22 декабрь 2009 йыл, 18:28

Президент шыршыһы: хыялдар тормошҡа аша

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Яңы йылдың Президент шыршыһында бөтә балалар ҙа булырға хыяллана. Тик шунда ғына ысын мөғжизә булырына ышаналар. Бәлки, был дөрөҫтөр ҙә, сөнки республика етәкселеге байрамды үткәреүгә ҙур иғтибар бүлде.

22 декабрь бөтә республиканан йыйылған 700 баланың хыялы тормошҡа ашты – улар ысын әкиәт тамашаһын күреү бәхетенә ирештеләр. Ул бөгөн Өфөнөң иң яҡшы Концерт залы – Конгресс-холда үтте.

Президент Мортаза Рәхимовтың Яңы йыл тантанаһына путевка республиканың ҡала һәм район мәктәптәренән иң уңған, иң һәләтле балаларға – уҡыу алдынғыларына, предмет олимпиадалары, спорт ярыштары еңеүселәренә, үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре лауреаттарына, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең  балаларына бирелә.

Шыршы байрамын үткәреүгә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрҙарының актерҙары йәлеп ителде.

-Президент шыршыһына әҙерлек бик әүҙем барҙы, — тип белдерҙе байрам тантанаһында булыусы Башҡортостан Республикаһы  Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев. – Башҡортостанда алдағы йыл Республика йылы тип иғлан ителәсәк. Республикабыҙҙың үҫешенә ҙур өлөш индереүегеҙгә ышанам. Тик бының өсөн һеҙгә тырышып уҡырға, өлкәндәрҙе ихтирам итергә, тыуған ил тарихын һәм туған телде өйрәнергә кәрәк ,- тип белдерҙе йәш быуынға Илдус Ғөбәйҙулла улы.

Илдус Илешев, Башҡортостан Республикаһы Президенты исеменән ҡотлап, бөтәһенә лә һаулыҡ, уңыштар теләп үҙ сығышын тамамланы.