3 декабрь, Шәмбе

22 декабрь 2009 йыл, 17:55

Туймазыла ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһе асылды

автор: Рәфил Сәхәбетдинов

Уҙған йәкшәмбе көнөндә Туймазы ҡалаһында «Ихлас» ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһе рәсми асылды. Был мөһим ваҡиға менән мәхәллә кешеләрен Туймазы районы муниципаль районы Советы рәйесе Ильяс Саниев, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфти Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй ислам университеты ректоры, Урал федераль округының баш мөфтийе Ринат хәҙрәт Рәйес, район һәм ҡала руханиҙары вәкилдәре ҡотланы.

Мәҙрәсә 2005 йылда төҙөлә башланған. Мәхәллә кешеләре аҡсаһына Совет урамында төҙөлә башлаған бина һатып алына. Әммә средстволар булмау арҡаһында төҙөлөш эштәре аҡрын бара.

Туймазынан ике тапҡыр хажға барып ҡайтҡан Хәмәтгәрәев сығымдарҙың күп өлөшөн үҙенә ала, һәм уның ярҙамында эш урынынан ҡуҙғала. Шулай уҡ ҡаланың төҙөлөш һәм сәнәғәт предприятиелары, коммуналь хеҙмәттәр, шәхси эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмай. Мәхәллә кешеләре лә хәлдәренән килгән тиклем өлөш индерә.

Ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһендә Өфөләге Рәсәй ислам университетынан егермеләп студент уҡый. Улар ғәрәп телен, Мөхәммәт пәйғәмбәр тарихын, Ҡөрьәнде генә түгел, шулай уҡ рус телен, телмәр мәҙәниәтен, йорт эштәрен алып барыуҙы, сит телдәрҙе лә өйрәнә. Киләһе йылдан Рәсәй ислам университетының Туймазы филиалына беренсе курсҡа студенттар ҡабул итеү планлаштырыла.

Йома һәм йәкшәмбе көндәре студенттар мәхәллә кешеләренә ислам нигеҙҙәрен өйрәтә. Мәҙрәсә асыу хөрмәтенә байрам аяты уҡынылар.

темалар: дин,мәҙрәсә