9 декабрь, Йома

22 декабрь 2009 йыл, 15:29

Башҡортостанда «Карамболь» ыҫланған сырын сығарыуҙы үҙләштерәләр

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бәләбәй һөт заводы технологтары «Карамболь» исемле сыр эшкәртеүҙе үҙләштерҙе. Был Рәсәйҙә сығарылған тәүге ҡаты ыҫланған сыр буласаҡ. Башҡортостан сыр яһаусылары республика һатып алыусыларына сырҙың классик вариантын һәм төрлө тәмләткестәр өҫтәп уның варианттарын тәҡдим итәсәк. Әсе сыр яратыусылар өсөн шәрбәт паприка менән венгр “карамболе”н сығарыу планлаштырыла, шулай уҡ хуш еҫле карри һәм көнсығыш тәмләткестәре сорты буласаҡ. «Карамболь» маркаһы менән яңы линия бөтәһе 10 төрлө яңы сыр тәҡдим итәсәк.

Предприятиела был продукцияны сығарыуға яңы йылдан тотонасаҡтар. Ыҫланған сыр киләһе йылда етештерелгән сырҙарҙың дөйөм күләменең 3 процентын тәшкил итергә тейеш. Башҡортостандың сауҙа селтәрҙәре кәштәләрендә был продукция февраль айында күренәсәк.

Ә инде мартта Бәләбәй һөт комбинаты тағы ике яңы продукция тәҡдим итәсәк. Былар «Бельстер» һәм «Бельфор» ҡаты классик сырҙары. Тәме буйынса улар пармезан һәм маасдам кеүек танылған маркаларға оҡшаш.