Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимовҡа мәғариф проекттарын яҡлағаны өсөн рәхмәт белдерелде

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә «Киләсәк интеллекты» Дөйөм Рәсәй Бәләкәй фәндәр академияһы рәйесе Лев Ляшконан хат килде. Хатта Лев Ляшко «Рәсәйҙең интеллектуаль-ижади потенциалы» милли мәғариф программаһы эшмәкәрлегенә иғтибары, Башҡортостан белем биреү учреждениелары педагогтарын һәм уҡыусыларын программа проекттарына йәлеп иткәне һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерә. Хатта шулай тиелә:

«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Туймазы ҡалаһының “Хәҙерге заман төпкөлөнә” бүлексәһенә «Рәсәйҙең интеллектуаль-ижади потенциалы» милли мәғариф программаһын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлеге, “Киләсәк интеллекты” Бәләкәй фәндәр академияһы проекттарында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Бигерәк тә Туймазы ҡалаһында үткән уҡыусыларҙың һәм студент йәштәрҙең “Йәшлек, фән, мәҙәниәт” Республика ғилми-ғәмәли конференцияһының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләп үтергә теләйем. Президиум конференцияны “Киләсәк интеллекты” Бәләкәй фәндәр академияһының төбәк бүлексәләре эшмәкәрлеге сиктәрендә 2009 йылдағы иң яҡшы сараларҙың береһе булараҡ билдәләй.

“Туймазы педагогия колледжы”на Бүлексә менән хеҙмәттәшлеге һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Һеҙгә балаларҙың үҫеше хаҡында хәстәрлегегеҙ, мәғарифты үҫтереүҙең төп юлдарына заманса ҡарашығыҙ, педагогтар эшмәкәрлеген юғары баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм!

Һеҙгә һаулыҡ, именлек, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүҙә уңыштар теләйем.

«Киләсәк интеллекты» Дөйөм Рәсәй Бәләкәй фәндәр академияһы рәйесе Л.Ю. Ляшко”.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть