Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда уҡыусылар араһында XII республика Спартакиадаһы үтәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар араһында XII республика Спартакиадаһы үтәсәк. Ярыш  яңы уҡыу йылы менән бергә башланды һәм 2010 йылдың  йәйендә тамамланасаҡ.

Быйылғы Спартакиадала 12 спорт төрө тәҡдим ителде: мини-футбол, гер күтәреү , көрәш, волейбол, бокс, саңғы ярышы, полиатлон, шахмат, өҫтәл теннисы, баскетбол, еңел атлетика, лапта.

Ике спорт төрө — көрәш һәм гер күтәреү  үҙ чемпиондарын билдәләп тә үтте. Көрәшселәр араһында Салауат, Өфө, Мәләүез егеттәре айырылып торҙо.

Гер күтәреүселәр араһында Ҡариҙел районы, Өфөнөң Октябрь районы, Бөрө ҡалаһы егеттәре иң көслөләре булып сыҡты. Башҡортостан Республикаһы  Хөкүмәте Аппаратында мәғариф һәм фән бүлеген етәкләүсе  Альберт Ҡорманов әйтеүенсә, спорт ярыштарын үткәреп тороу  балаларҙың буш ваҡытын дөрөҫ ойоштороуға, уларҙың сәләмәт тормош алып барыуына йүнәлеш бирә.

Әммә республиканың ҡайһы бер дөйөм белем биреү учреждениеларында спортҡа һүлпән ҡараш күҙәтелә. Ҡайһы бер етәкселәр үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәрен бер ниндәй әҙерлекһеҙ район ярыштарына килтерәләр.

Хөкүмәт Аппараты үҙ өлгөһөндә спортты халыҡ араһына индерергә ҡарар итте. Бында инде иптәштәрсә осрашыуҙар, Хөкүмәт Аппараты, мәктәп, гимназия һәм интернаттарҙың йыйылма командалары ярыштары үткәрелде. Бәйгеләрҙә Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, шулай уҡ башҡа идара үҙәктәре  бик әүҙем ҡатнашты.

Спартакиаданың бурыстары булып уҡыусыларҙы спортҡа йәлеп итеү генә түгел , ә яңы һәләттәрҙе асыу ҙа тора, сөнки олимпия үҙәктәре менән бөтә райондар ҙа тәьмин ителмәгән.

Дөйөм алғанда, республикала йәш быуын араһында күмәк спорт менән шөғөлләнеүгә хөкүмәт хуплап ҡарай. Ярышта еңеүселәрҙе бүләкләү өсөн финанс сығымдары бүлә.

Теги: спорт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть