5 декабрь, Дүшәмбе

22 декабрь 2009 йыл, 13:18

Бөгөн иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн

автор: Ғәлиә Нәбиева

22 декабрҙән 23-өнә ҡарата төн — йылдағы иң оҙон төн. Был күренеш ҡышҡы ҡояш торошо тип атала. Йыл эсендә ике ҡояш торошо – ҡышҡы һәм йәйге. Төньяҡ ярымшарҙа  ҡышҡы ҡояш торошо 21 йәки 22 декабргә тура килә. Быйыл ул 22 декабргә тура килде. Шуға күрә бөгөн – иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн.

Атай-олатайҙарыбыҙ ҡояш торошо һәм көн менән төндөң тигеҙлеге күренештәрен тормоштағы иң мөһим байрамдарҙың береһе тип атаған. Йыл барышында ул дүрт байрамды: ике ҡояш торошон һәм ике көн менән төндөң тигеҙлеген билдәләгән. Тап ошо байрамдар игенселеккә, төҙөлөшкә, башҡа мөһим эштәргә башланғыс биргән.

Планетарий хеҙмәткәрҙәре лә үҙ юбилейын байрам итеүҙе ошо көнгә тап килтергән. Башҡортостандың баш астрономы Анатолий Денисов һөйләүенсә, бөгөн Өфө планетарийына 45 йыл тула. Был айҡанлы тантаналар планетарийҙың йондоҙло күге фонында бөгөн 16 сәғәттә башланасаҡ.

22 декабрь астрономик ҡыштың башы тип иҫәпләнә. Иртәгә яҡты көн арта башлаясаҡ.