11 декабрь, Йәкшәмбе

22 декабрь 2009 йыл, 12:27

“НефАЗ” акционерҙар йәмғиәтендә бизнес-план раҫланды

автор: Любовь Колоколова

«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар Советы ултырышында йәмғиәттең 2010 йылға бизнес-планы раҫланды һәм предприятиеның уҙған йылдағы эш йомғаҡтары ҡаралды.

«НефАЗ» акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бизнес-план-2010 параметрҙары 2009 йыл кимәлендәге күләмле һәм техник-иҡтисади күрһәткестәрҙе күҙ уңында тота. Әммә автотехника баҙарында дөйөм хәл үҙгәргән осраҡта продукция сығарыуҙы ярайһы уҡ арттырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.

Быйыл 10 айҙа тейәп оҙатылған продукция, тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр күләме 4,253 миллиард һумлыҡ тәшкил итте. Был бизнес-планда ҡаралғандағынан дүрт процентҡа тиерлек күберәк. Ләкин был күрһәткесте 2008 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, хәҙерге күләм 44 процент тәшкил итә. Йыл йомғаҡтары буйынса тейәп оҙатылған продукция күләмдәре уҙған йыл кимәленә ҡарата кәмендә 55 процент тәшкил итәсәк. Белгестәр иҫәпләүенсә, автомобилдәр эшләүҙәге бөгөнгө хәлде иҫәпкә алғанда, был насар күрһәткес түгел.

Беренсе кварталда саф килем буйынса 163 миллион һум алып еткерелмәне. 10 айлыҡ йомғаҡтар буйынса зыяндар 68 миллион һумға тиклем кәметелде. Ноябрь-декабрҙә продукция етештереү һәм тейәп оҙатыу күләмдәренең артыуы 2009 йылды зыянһыҙ тамамларға мөмкинлек бирә.  

темалар: сәнәғәт