7 декабрь, Шаршамбы

22 декабрь 2009 йыл, 12:01

“Рәсәй терәге” Башҡортостан төбәк бүлексәһе: сауҙа тураһында законды ғәмәлгә ашырыу тармаҡ отошона килтерә

автор: Любовь Колокова

Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа “Рәсәй Федерацияһының дәүләт тарафынан сауҙа эшмәкәрлеген яйға һалыу” законы ҡабул ителә. Документ 2010 йылдың 1 февралендә ғәмәлгә аша.

“Рәсәй терәге” Башҡортостан төбәк бүлексәһе уйлауынса, был законды тормошҡа ашырыуҙан ҡулланыусы отасаҡ. Ойошма вәкилдәре эшҡыуарҙарҙың , эксперт төркөмдәренең тәҡдимдәрен һәм комиссия килешеүҙәрен иҫәпкә алып,  закон проекты өҫтөндә бик әүҙем эшләнеләр. “Рәсәй терәге” Башҡортостан төбәк бүлексәһе иҫәпләүенсә, был документ тармаҡ үҫешенә йүнәлтелеүе менән отошло.

Закон өҫтөндә эш бер нисә йыл дауам итә. Беренсе уҡыуҙа  Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте эшкәрткән вариант ҡарала. Икенсе уҡыуҙа 300 төҙәтмә индерелә. Һөҙөмтәлә Хөкүмәт яҡлауы тапҡан документ варианты ҡабул ителә.

Атап әйткәндә, Хөкүмәт “хаҡтарҙы тотороҡландырыу маҡсатында”  “иң кәрәкле  тауарҙарға" ваҡлап һатыу хаҡтарын 90 көндән дә артмаған ваҡыт ҡуйыу хоҡуғын алды. Тик бындай механизм төбәктә һуңғы 30 календарь көн эсендә тауарҙарға ваҡлап һатыу хаҡтары 30 проценттан да артмаған осраҡта эшләйәсәк.

Закон  тәьмин итеүселәрҙән алынған  “бонус” проблемаһын да хәл итәсәк. Законда шулай уҡ сауҙа селтәренең өҫтөнлөгө — монополияға ҡаршы сикләүҙәр ҡаралған. Һатыу тармағына килтерелгән тауарға үҙ ваҡытында түләү күләме  ҡуйылған. 10 көн эсендә ҡулланыуға яраҡлы туңдырылған тауыҡ, сусҡа, һыйыр ите, һөт ҡабул ителгәндән алып 10 көнгә тиклем түләнергә тейеш. Әгәр ҙә ҡулланыу ваҡыты 10-дан 30 көнгә тиклем булһа, хаҡ 30 көн эсендә түләнергә тейеш. Ә инде ҡулланыу ваҡыты 30 көндән артҡан тауарҙарға, шул иҫәптән Рәсәй территорияһында эшләнгән алкоголь продукцияһына 45 календарь көн эсендә түләү шарты ҡуйылған.

темалар: сауҙа