7 декабрь, Шаршамбы

22 декабрь 2009 йыл, 11:56

“Гәлсәр әфлисун” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы студенты Мария Игнатенконың “Туғанлыҡ ептәре” проекты Ярославлдә үткән “Гәлсәр әфлисун” Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшы тип танылды. Уның эше “Социаль өлкәлә йәмәғәтселек менән бәйләнештәр” номинацияһында билдәләнде.

Быйыл конкурстың шорт-битенә 199 эш инде һәм ни бары дүрт проект ҡына иң юғары балл алды. Яҡташыбыҙҙан тыш, Ҡазандан, Ярославлдән, Санкт-Петербургтан йәштәр юғары баһа алды. Тағы 27 эш беренсе, икенсе, өсөнсө дәрәжә дипломдар менән билдәләнде. Конкурстың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эштәрҙең дөйөм кимәле йылдан-йыл “яҡшыраҡ һәм сифатлыраҡ” була бара, шулай ҙа унынсы юбилей конкурсына ысын мәғәнәһендә мәшһүр эштәр бик аҙ килде.

Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы киләһе йылдың февралендә “Ҙур Ил студенттары” икенсе Бөтә Рәсәй форумының финал саралары сиктәрендә үткәреләсәк.

темалар: конкурстар