Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы Советы ултырышы үткәрелә

Иҡтисад

Бөгөн 14 сәғәт 30 минутта Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының йыйылыштар залында БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы Советының киңәйтелгән ултырышы үткәрелә.

Көн тәртибендә ике тема: «Урындағы үҙидара органдарының һәм эшҡыуарҙар берләшмәһенең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге» һәм «Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм йәмәғәт туҡланыуы, граждандарҙың мәҙәни ял итеү һәм күңел асыу объекттарында “Янғын хәүефһеҙлеге талаптары тураһында техник регламент” федераль законын үтәү».

Ултырышта республикала көрсөккә ҡаршы сараларҙы тормошҡа ашырыу, муниципаль берәмектәрҙең бюджет етешлеген күтәреү юлдары, муниципаль берәмектәрҙең оҙайлы осорға һәм уртаса ваҡытҡа комплекслы социаль-иҡтисади үҫеш программаларын булдырыу аша биләмәләрҙең һөҙөмтәле иҡтисади сәйәсәтен төҙөү төп мәсьәләләр булып торасаҡ. Бынан тыш, биләмәләрҙең инвестицион йәлеп итеүсәнлеген күтәреү ҡоралы булараҡ муниципаль берәмектәрҙең бизнес-карталары хаҡында ла һүҙ барасаҡ.

Сарала БР Президенты Хакимиәте, республиканың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы ағзалары – Башҡортостандың бизнес-берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть