6 декабрь, Шишәмбе

22 декабрь 2009 йыл, 10:39

Шаҡша биҫтәһендә “Юлаевсы” ябыҡ боҙ һырғалағы асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә дүшәмбе көнө, 21 декабрҙә, “Юлаевсы” ябыҡ боҙ һырғалағы асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Николай Курапов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡатнашты. Бөгөн бындай һырғалаҡтар республиканың күп ҡала һәм райондарында асылыуы бик ҡыуаныслы.

Шаҡша биҫтәһендә ябыҡ һырғалаҡ төҙөү тураһында ҡарар “Салауат Юлаев” чемпион исемен яулаған йылда ҡабул ителә. Спорт ҡоролмаһы нигеҙенә тәүге таш 2008 йылдың 30 майында РФ Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк ҡатнашлығында һалына. Проект республика Президенты Указына ярашлы ҡабул ителгән "2008-2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһында хоккейҙы үҫтереү" Республика маҡсатлы программаһы арҡаһында тормошҡа ашырыла. Ҡоролманың смета хаҡы – 150 миллион һум.

Объекттың дөйөм майҙаны — 3500 квадрат метр. Хоккей майҙансығының ҙурлығы стандартҡа ярашлы 30 метрға 60 метр. Яҡты, уңайлы трибуналар бер үк ваҡытта 200 көйәрмәнде һыйҙыра ала. Спорт комплексы махсус рәүештә Башҡортостан баш ҡалаһының төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәр өсөн төҙөлдө, хәҙер улар спорттың ҡышҡы төрҙәре менән йыл әйләнәһенә шөғөлләнә аласаҡ. «Юлаевсы» боҙонда хоккейсылар менән бер рәттән фигуралы шыуыу һәм шорт-тректы һөйөүселәр ҙә күнекмә яһай ала. Бында спортсылар ҡарамағында дүрт кейенеп-сисенеү бүлмәһе, тренажер залы, буфет һәм уҡыу-методика кабинеты.

БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, һырғалаҡты асыу тантанаһында сығыш яһап, Башҡортостан Президентына республиканың спорт традицияларын яҡлағаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Был комплекс, беренсе сиратта, Өфөнөң Калинин районы йәштәре өсөн тәғәйенләнгән, — тип билдәләне Александр Никерин. – Уның Башҡортостан Республикаһында уҙып барган Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылының һуңғы көндәрендә асылыуы бик мәғәнәле булды.

Республика Рәсәйҙә спорт ҡоролмалары һаны буйынса алдынғы позициялар биләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры.

Яңы спорт комплексынан символик асҡыс «Салауат Юлаев» хоккей клубы вице-президенты Вадим Рыбинскийға тапшырылды. Ошонда уҡ боҙ аренаһында Александр Никерин шайба ырғытты һәм «Салауат Юлаев» клубының йәштәр командалары араһында тәүге спорт ярышы башланып китте.

темалар: спорт