Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

“Өлкән быуынға белем” халыҡ университетында сираттағы уҡыу аҙнаһы

Йәмғиәт

Бөгөн Өфө ҡалаһының Октябрь районында, отставкалағы генерал-майор Ростислав Сибәғуллиндың, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүендә Сталиндың тарихи роле тураһындағы “Дөрөҫлөк һәм уйҙырма” тип аталған сираттағы асыҡ лекцияһы башлана.

Иртәгә, 22 декабрь, ауыл хужалығы фәндәре докторы һәм кандидаты Фәриҙә Садиҡова университет тыңлаусыларын республика лимонарийына экскурсияға саҡыра. 23 декабрь “Пенсиялар һәм льготалар. Пенсияны рәсмиләштереү” буйынса уҡыуҙар ойошторола. Октябрь районы буйынса Рәсәйҙең Пенсия фонды ойошмаһы етәксеһе Гөлнара Түләкова пенсияға ҡағылышлы закондағы үҙгәрештәр, яңы индерелгән льготалы стаждар, инвалидлыҡ буйынса льготалар тураһында һөйләйәсәк.

24 декабрь ветерандар поликлиникаһында (Дан бульвары,1)  университет уҡыусыларының табиптар менән осрашыуы була. 25 декабрь көнөнә Яңы йыл байрамына әҙерлек тураһында һөйләшеү планлаштырылған. Марсель Сәлимов, Михаил Бикмеев, Шазия Әшимова Яңы йыл сараларын ойоштороу буйынса үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть