Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе страховка взностары менән эш итеүгә әҙерләнә

Иҡтисад

2010 йылдан страховка взностары менән эш итеү һалым органдарынан Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондына һәм Социаль страховкалау фондына күсә. Икенсе төрлө әйткәндә, страховка взностарын түләүҙе Рәсәй Пенсия фонды һәм Социаль страховкалау фонды контролгә аласаҡ. Пенсия фонды бер үк ваҡытта мотлаҡ пенсия һәм медицина страховкалауына страховка взностары күсерелеүенә контроллек итәсәк.

Был яңылыҡтар буйынса республика Профсоюздар йортонда үткән семинарҙа РФ Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров аңлатма бирҙе.

Пенсия фондына страховка взностарын күсереү тәртибе һәм түләүҙәр буйынса иҫәп-хисап документтары реквизиттары ла үҙгәртелә. Ойошмалар Пенсия фондына РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы тарафынан раҫланған формалар буйынса отчет бирергә тейеш буласаҡ. Фоат Хантимеров электрон документтар әйләнешенә күсергә кәрәклеген айырым билдәләп үтте. Бөгөн Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһендә электрон документтар әйләнеше процедуралары ентекле эшләнгән, Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының страховка взностары менән эш итеү функцияларына әҙерлек бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ һәм аныҡ билдәләнгән ваҡытта бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть