9 декабрь, Йома

21 декабрь 2009 йыл, 13:53

Аҡтауҙа башҡорт көрәше

автор: Юлай Мәғсүмов

Аҡтау ҡалаһының «Салауат» башҡорт мәҙәни үҙәге активистары Ҡаҙағстан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо көнөнә ҡарата матур бүләк яһаны. Был йәмәғәт структураһы Ҡаҙағстанда берҙән-бер башҡорт берләшмәһе һәм төбәктә иң әүҙем һәм эшлекле башҡорт-татар милли-мәҙәни үҙәктәренең береһе булып тора. Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы вәкиллеге етәксеһе Ержан Азанов хәбәр итеүенсә, туғандаш республиканың дәүләт байрамын билдәләгән көндө башҡорт көрәше – 1993-95 йылғы үҫмерҙәр араһында билбау менән көрәш үткәрелде. Ярыштарҙа еңеүселәргә һәм әүҙем ҡатнашыусыларға грамоталар һәм миҙалдар, шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Спорт сараһы алдынан Башҡортостан Республикаһы вәкиле «Салауат» башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе Минзилә Байбулатова һәм Ҡаҙағстандың Манғыштау өлкәһе башҡорттар диаспораһы менән осрашты. Осрашыу ваҡытында 2010 йылда “Һабантуй” милли байрамын ойоштороу һәм үткәреү, шулай уҡ ватандаштарыбыҙҙы яҡлау федераль программаһы буйынса Ҡаҙағстан абитуриенттарының Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мәсьәләләре тикшерелде.