4 декабрь, Йәкшәмбе

21 декабрь 2009 йыл, 13:10

Рәсәйҙә метиз етештереү буйынса “Мечел” алға сыҡты

автор: Эльвира Латипова

«Мечел» төркөмөнөң металлургия дивизионына ингән предприятиелар октябрҙә һәм ноябрҙә «Промметиз» металл изделиелар етештереүселәр ассоциацияһының компания – ағзалары араһында метиз продукцияһы етештереү буйынса алдынғылыҡты яуланы.

«Промметиз» ассоциацияһының Рәсәйҙә метиз баҙарын үҫтереү тураһында аналитик отчетына ярашлы, «Мечел»дың ике предприятиеһы — «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Вяртсильск метиз заводы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте — октябрҙә һәм ноябрҙә ассоциацияның Рәсәй компания-ағзаларының ҡайһынан да күберәк метиз продукцияһы етештерҙе.

2009 йылдың дүртенсе кварталында «Мечел» Рәсәйҙә метиз продукцияһы етештереү күләме буйынса беренсе урынға сыҡты. Ике айҙа «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – 63 мең тонна самаһы, «Вяртсильск метиз заводы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте 18 мең тоннанан ашыу продукция етештерҙе.

— Был ваҡиға металлургия предприятиеларының технологик модернизациялауға һәм яңы, баҙарҙа талап ителгән продукция төрҙәрен үҙләштереүгә йүнәлтелгән үҫеш стратегиябыҙ ни тиклем дөрөҫ икәнен тағы бер тапҡыр раҫлай, — ти «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең өлкән вице-президенты Владимир Полин. – Хатта 2009 йылдың иң ауыр көрсөк айҙарында ла «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә яңы продукция төрҙәрен үҙләштереү буйынса эштәр дауам иттерелде. Вяртсильск метиз заводы 2008 йылда уҡ әле сығарылған продукция күләмдәре буйынса рекорд күрһәткестәренә өлгәшә башланы. Предприятие әлегә тиклем планкаһын юғары тота.